Спорт һәм туризм
25 Сентябрь 2020, 08:25

Иң яҡшылар чемпионатта ҡатнашасаҡ

22 сентябрҙә Өфөлә Волга буйы федераль округы­ның бокс буйынса турниры башланды. Шәмбегә тиклем дауам итәсәк спорт сараһында 19 кеше республика данын яҡлаясаҡ.

22 сентябрҙә Өфөлә Волга буйы федераль округы­ның бокс буйынса турниры башланды. Шәмбегә тиклем дауам итәсәк спорт сараһында 19 кеше республика данын яҡлаясаҡ.


Артур Собханғолов – иң көслө башҡорт боксерҙарының береһе. Башҡа спортсылар ке­үек, пандемия сәбәпле, ул да күп мөмкин­лектәрҙән мәхрүм ҡалған.


Ижевск ҡалаһында үткәрел­гән Рәсәй кубогына ярыш боксер тормошонда беренсе етди аҙым булған. Был турнирҙа уның ме­нән бергә Октябрьский ҡалаһы­нан Иван Абрамов та ҡатнаш­ҡан. Һөҙөмтәлә башҡорт боксер­ҙары Волга буйы федераль округына беренсе урынды яуларға ярҙам иткән.


Әйткәндәй, Волга буйы федераль округының бокс буйынса йы­йылма командаһы – Рәсәйҙең иң көслө командаларының береһе.

Иртәгә, шәмбе, турнирҙың фи­нал ярыштары ойошто­ро­ласаҡ. Иң яҡшы боксерҙар быйыл ноябрь аҙағында Ырым­бурҙа үткә­реләсәк чемпионатта ҡатнашырға әҙерләнә.
Читайте нас