Өфөлә үткәрелгән Бөтә Рәсәй хоккей проблемалары һәм үҫеш перспективалары конференцияһында илебеҙҙән, республикабыҙҙан ғына түгел, Белоруссиянан, Үзбәкстандан да вәкилдәр ҡатнашты.
Сарала матди-техник база, тренерҙар составы һәм йәш хоккейсыларҙы тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. “Урал – Көнбайыш Себер” ойошмаһы рәйесе Вячеслав Деменьшин белдереүенсә, Свердловск өлкәһендә 30 боҙ майҙансығы булһа, Башҡортостанда уларҙың һаны – 12. Екатеринбургта һәм Силәбелә ошондай 10-дан ашыу спорт майҙансығы эшләнгән, Өфөлә – дүртәү. Ә тренерҙар буйынса кадрҙарға килгәндә, был йәһәттән хәлдәр яҡшы. Ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн кәңәшмәгә килгәндәр ҙә раҫланы. Унда Денис Хлыстов та ҡатнашты.
Әйткәндәй, Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Чемпиондар лигаһында уйнаған һәм Континенталь хоккей лигаһы беренселегенең миҙалдарын яулаған.
“Балаларға матчтарҙа еңеү мотлаҡ түгел, иң мөһиме – киләһе уңыш өсөн яҡшы нигеҙ һалынһын. Бының өсөн тренерҙарға күнекмәләр өсөн ошондай уҡ шарттар барлыҡҡа килтерелергә һәм шундай уҡ ярыштар үткәрелергә тейеш”, – тигән фекер ҙә яңғыраны кәңәшмәлә. Ә хоккей менән шөғөлләнергә теләүселәр республикала бихисап.