Яңы технологиялар алға киткән, фән, мәҙәниәт һәм ғилем үҫешкән заманда үҙ маҡсаттарыңа өлгәшеү, лайыҡлы йәшәү һәм эшләү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә етерлек. Ә инде кеше үҙенең һәм балаларының һаулығын һаҡлап ҡала алһа, тормош тағы ла матурыраҡ һәм бәхетлерәк буласаҡ.
Баланы сәләмәт итеп тәрбиәләп үҫтереүҙә туризм менән шөғөлләнеүҙең дә әһәмиәте ҙур. Учалы ҡалаһының Туризм, экскурсиялар һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге өс тиҫтә йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә балалар өсөн мауыҡтырғыс өҫтәмә белем биреү ойошмаһы булараҡ танылды. Ул райондың 22 белем биреү учреждениеһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Быйыл йәмғеһе 38 түңәрәк һәм секция ойошторолоп, уларға 7–18 йәшлек 616 бала йәлеп ителгән. Балаларға һәм үҫмерҙәргә 23 педагог белем бирә.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен эшлекле, хәстәрлекле, алдынғы ҡарашлы етәксе итеп танытҡан Рәмил Мөслимов Туризм, экскурсиялар һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгенә дүртенсе йыл рәттән етәкселек итә. Үҙәктә туризм менән шөғөлләнеү йүнәлеше тыуған яҡты өйрәнеү, тикшеренеү эштәре, мәмерйәләрҙе өйрәнеү, ҡаяға менеү, геология йүнәлештәре менән берлектә алып барыла. Уҡыусылар тыуған яғыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, хужалығын өйрәнә, тәбиғәт үҙенсәлектәре менән яҡындан таныша.
Тәбиғәт ҡомартҡыларына, ҡаҙылма байлыҡ ятҡылыҡтарына сәйәхәттәргә йөрөү, мәмерйәләргә инеү, ҡаяларға менеү, тәбиғәт шарттарында йәшәү кеүек талаптар мөһим. Турист ярыштарында һәм төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, балалар белемен арттыра, оҫталығын туплай. Яҡшы күрһәткестәргә лайыҡ булып, бәйгеләрҙә еңгән балалар һәм командалар алдында тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр асыла – улар республика беренселегендә һынау тота.
30 йыллыҡ эшмәкәрлек дәүерендә Үҙәктә традицияға әйләнгән мөһим саралар ойошторола. Мәҫәлән, йыл һайын IV–VII кластар өсөн ҡала эргәһендәге Ташты-бейек тауы итәгендә “Көҙгө туриада” үткәрелә. Был ярыш – туризм тармағына тәүге аҙымын яһағандар өсөн ысын мәғәнәһендә өлгөлө мәктәп. Туриада быуындар бәйләнешен нығытыуға ҙур өлөш индерә, сөнки уны әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә йәш инструкторҙар, йәғни VIII–X класс уҡыусылары ҡатнаша, улар шулай уҡ судьялар сифатында ла сығыш яһай.
Бынан тыш, муниципаль кимәлдә спорт ориентиры, хәүефһеҙлек мәктәбе, йәйәүле туризм техникаһы, ҡаяға үрмәләү һәм турист бауҙарын төйнәү оҫталығы буйынса ла бәйгеләр даими уҙғарыла. Ә балалар өсөн райондың төрлө иҫтәлекле урындарына, тәбиғәт ҡомартҡыларына ойошторолған походтарҙың иҫәбе-һаны юҡ, улар йыл әйләнәһенә дауам итә.
Гүзәл тәбиғәт ҡосағында булыу, төрлө яңы ерҙәр күреү бала күңелендә ыңғай, шатлыҡлы хистәр уятып, көндәлек уҡыуға бәйле мәшәҡәттәрен оноттора, саф һауа һулау, йәйәү йөрөү иһә йәш организмды сыныҡтыра, нығыта, тиҙ арыусанлыҡты кәметә.
Тәбиғәт шарттарында бер нисә көн йәшәү төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, тиҫтерҙәр менән аралашырға, бер-береңә ярҙам итергә, ғөмүмән, йәш шәхестең холоҡ-фиғелен дөрөҫ тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Ә бит күп балалар, буш ваҡыттарын әрәм итеп, ҡала урамдарын гиҙә, насар ғәҙәттәрҙе үҙләштерә. Ялдың ошо әүҙем төрө баланың аң даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә, уның күңелендә сит илдәр, яңы ерҙәр күреү һымаҡ хыялдар, яңы маҡсаттар уята.
Үҙәк шулай уҡ ҡала һәм райондың белем биреү учреждениеларының тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге эшмәкәрлеген дә көйләй. Район мәктәптәрендә барлығы 24 музей иҫәпләнә. Улар Рәсәй буйынса “Ватан” туризм-тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәтенә берләшкән. Йыл һайын район уҡыусылары араһында тыуған яҡты өйрәнеү буйынса тикшеренеү эштәре конкурстары үткәрелә. Быйыл, мәҫәлән, 68 уҡыусы был сарала үҙен һынаған. Иң яҡшы тип табылған биш эш республика кимәлендәге конкурста ҡатнашыу хоҡуғын алған. Йөҙәрләгән уҡыусы, тыуған төйәктәренең тарихын, тәбиғәтен, ер-һыу атамаларын, уларға бәйле легендаларҙы, билдәле шәхестәрҙең биографияларын өйрәнеп, даими уҙғарылған конкурстарҙа, слеттарҙа, конференцияларҙа ихлас ҡатнаша.
Ахун ауылы эргәһендә иҫ киткес гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ял һәм һауыҡтырыу лагеры ла Үҙәк ҡарамағына инә. “Йәйғор”ҙа йыл һайын 200-гә яҡын бала ял итеп кенә ҡалмай, сәләмәтлеген нығыта, туризм өлкәһендә белемен камиллаштыра.
Райондың төньяғында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡылары Уй-таш һәм Ҡарағайлы күленән алыҫ түгел ерҙә – Ҡужай ауылында турист базаһы уңышлы эшләй. Туризм, экскурсиялар һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге, балаларға өҫтәмә белем биреүҙән тыш, “Эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү” муниципаль программаһына ярашлы, халыҡҡа турист хеҙмәттәре лә күрһәтә. Үҙәк йыл һайын 100-гә яҡын поход-экскурсия ойоштора. Быйыл, мәҫәлән, уларҙа ике меңдән ашыу турист ҡатнашҡан.
– Сит илдәргә сығыу тыйылғас, эске туризм әүҙемләште, гүзәл тәбиғәтле республикабыҙ туристарҙы күпләп йәлеп итә. Һуңғы ваҡытта Ағиҙел, Әй йылғалары буйлап ағырға, Айғыр ҡаяһына, Инйәр ирәкташтарына барырға теләүселәр һаны артты. Учалыны ла туристар үҙ итә. Ошоно иҫәпкә алып, район буйынса яңы маршруттар астыҡ. Нәрәле, Аҡбура тауҙары менән ҡыҙыҡһыныусылар күп, – ти Рәмил Шамил улы.
Әлбиттә, тейешле шарттар юҡ икән, туристарҙы йәлеп итеп булмай, шуға күрә һуңғы ваҡытта Үҙәктең матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Бер нисә йыл элек йәмле Ҡалҡан күле буйында сәйәхәтселәргә ял итеү өсөн бәләкәй генә йорт, мунса төҙөгәндәр. Шулай уҡ халыҡты хеҙмәтләндереүҙән килгән аҡсаға “Форд” микроавтобусы һатып алғандар. 17 урынға иҫәпләнгән микроавтобуста уңайлы шарттар булдырылған, ул яҡшы итеп йыһазландырылған. Уңайлы креслолар, хәүефһеҙлек ҡайыштары, телевизор, кондиционер – барыһы ла бар. Автобусҡа хәрәкәт тиҙлеген контролдә тотҡан прибор – тахограф һәм техниканың ҡайҙа булыуын билдәләргә мөмкинлек биргән ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы системаһы ла ҡуйылған. Бынан тыш, турист ҡорамалдары, өс катамаран һатып алынған, быйыл ҡаргиҙәрҙәр алмаҡсылар.
– Киләсәктә туристарҙы тағы ла күберәк йәлеп итеү өсөн эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Районда был өлкәлә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар ҙа байтаҡ. Учалы менән ҡыҙыҡһыныусыларға ял, сәйәхәт төрөн һайлағанда еңелерәк булһын өсөн, хакимиәт менән кәңәшләшеп, берҙәм турист операторын да булдырмаҡсыбыҙ. Районда турист базаһы төҙөү ҙә өлгөрөп еткән мәсьәлә, – тип пландары менән уртаҡлашты директор.
Һөнәри байрамдары алдынан Рәмил Шамил улы иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләне.
– Һәр береһе эшен яратып, күңел һалып башҡара. Коллективта оҙаҡ йылдар эшләп абруй ҡаҙанған Ләйсән Баймөхәмәтова, Нуриҙә Усманова, Гүзәл Фәйезова, Юлиә Абдуллина, Рәилә Фәхретдинова, Әлмира Иҙрисованың тырышлығы айырыуса маҡтауға лайыҡ. Гүзәл Ниғмәтуллина, Гөлнур Лукьянова кеүек йәш белгестәргә лә өмөт бағлайбыҙ, – тине етәксе.
Һуңғы йылдарҙа юғары даирәләрҙә Башҡортостанда туризм тармағын үҫтереү мәсьәләһе йыш күтәрелә. Учалы ҡалаһының Туризм, экскурсиялар һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге лә үҙенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән был маҡсатты тормошҡа ашырыуға ярайһы өлөш индерә.