Спорт һәм туризм
25 Сентябрь 2020, 08:21

Ә ҡытайҙарҙы еңгәйнек...

Континенталь хоккей лигаһы матчтары дауам итә. Көйәрмәндәр үҙҙәренең яратҡан командаһының һәр уйында еңеүен түҙемһеҙләнеп көтә...

Континенталь хоккей лигаһы матчтары дауам итә. Көйәрмәндәр үҙҙәренең яратҡан командаһының һәр уйында еңеүен түҙемһеҙләнеп көтә...


19 сентябрҙә Мытищи ҡалаһында “Салауат Юлаев” менән “Куньлунь Ред Стар” хоккей командалары уйнаны. Әммә был матч Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан күрһәтелмәне. “Башҡорт­ос­тан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфет­динов социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, уйынды күр­һәтеү өсөн урында профессиональ камералар ҡуйылма­ған, һөҙөмтәлә Өфөгә сигнал ебәреү мөмкин булмаған.
“Үҙем иһә трансляцияны көткән барлыҡ телевидение тамашасыларынан ғәфү үтенәм”, – тип мөрәжәғәт итте ул. Шулай ҙа “Салауат Юлаев” клубы көйәрмәндәренә уйынды социаль селтәрҙә күрһәтеү мөмкинлеген тапты.
Ҡытай командаһына кил­гән­дә, ул алты тапҡыр рәттән еңелеп, Көнсығыш конферен­цияһы турнир таблицаһының һуңғы баҫҡысын биләй ине.
Сираттағы осрашыуҙа Пекин командаһы етенсе тапҡыр еңелеүгә дусар булды. Матч “Салауат Юлаев” файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Командабыҙ буллиттар серия­һында еңеү яуланы. Владимир Жарков, Маркус Гранлунд, Дмитрий Кугрышев – голдар хужалары. Шулай итеп, юлаевсылар барлығы ете матч үткәрҙе һәм ике тапҡыр ғына еңелде.
22 сентябрҙә беҙҙекеләр “Өфө-Арена”ла “Сочи” менән осрашты. Был матч алдынан яңылыҡтар ҙа булды: хоккейсы Маркус Гранлундты Родион Әмировҡа алмаш­тыр­ҙылар. Сәбәбе – Маркус Гранлундтың коронавирус инфекцияһы йоҡтороу ихти­маллығы. Унан тыш, “Салауат Юлаев”тың баш тренеры Томи Ламса менән хоккейсы Данила Башкиров COVID-19-ға анализ тапшырғас, тест һөҙөмтәһе ыңғай булған.
Диагнозды раҫлау өсөн тренер менән уйынсылар йәнә өҫтәмә медицина тикше­ре­үенә ебәрелгән. Улар әле – изоляцияла.

Тренерҙар штабына хәҙер ваҡытлыса Виктор Козлов етәкселек итә. Сираттағы “Сочи” менән матч алдынан юлаевсылар, ҡунаҡ хоккейсылар менән сағыштырғанда, бер тәүлеккә күберәк ял иткәйне, өҫтәүенә улар үҙ боҙонда уйнаны, шуға күрә еңеүгә өмөтләнгәйнек. Тик өсөнсө шайба командабыҙ ҡапҡаһына ингәс кенә, юлаевсылар ҡыҙыуыраҡ уйнай башланы кеүек тойолдо. Шулай итеп, матчтың өсөнсө осоро ҡунаҡтар файҙаһына 3:1 иҫәбе менән асылды.
Оҙаҡламай Дмитрий Кугрышев икенсе шайбаны ин­дерҙе. Ә беренсе шайбаның хужаһы Сакари Маннинен ине. Әммә был уйын командабыҙға еңеү килтермәне: матч “Сочи” файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды.
“Салауат Юлаев” хоккей клубы тренеры Виктор Коз­ловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Томи Ламса, Маркус Гранлунд һәм Данила Башкировтың коронавирусҡа тапшырған тестарҙың ыңғай һөҙөмтәһе лә команда хоккейсыларының кәйефен төшөргән. “Әммә был аҡланыу өсөн сәбәп түгел, әлбиттә. Мөмкин тиклем яҡшыраҡ уйнарға тейешбеҙ”, – тине тренер.
Читайте нас