Спорт һәм туризм
25 Сентябрь 2020, 20:25

Рух ныҡлығын иҫбат иткән бәйге

Күреү мөмкинлегенән мәхрүм спортсылар йүгереү, йәҙрә этеү, диск һәм һөңгө һелтәү, оҙонлоҡҡа һикереү кеүек ярыштарҙа көс һынашасаҡ.

Өфөлә күреү мөмкинлегенән мәхрүм булғандар өсөн еңел атлетика буйынса чемпионат үтәсәк.

Рима Баталова исемендәге спорт үҙәгендә уҙасаҡ чемпионатта Рәсәйҙең 29 төбәгенән 147 спортсы ҡатнашасаҡ.

Улар 100, 200, 400, 800, 1500, 5000, 10000 метр алыҫлыҡҡа йүгереү, йәҙрә этеү, диск һәм һөңгө һелтәү, оҙонлоҡҡа һикереү кеүек ярыштарҙа көс һынашасаҡ.

Чемпионатты асыу тантанаһы 26 сентябрь үтәсәк. Сарала Башҡортостандың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибовтың, Рәсәйҙең паралимпиада комитеты рәйесе Рима Баталованың һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.

Күреү мөмкинлегенән мәхрүм булған спортсылар өсөн еңел атлетика чемпионаты ил Президенты Владимир Путиндың май указындағы “Демография” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

Читайте нас