Спорт һәм туризм
27 Сентябрь 2020, 07:50

"Һеҙгә һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ"

Өфөлә Волга буйы федераль округының бокс буйынса чемпионаты үткәрелде.

Өфөлә Волга буйы федераль округының бокс буйынса чемпионаты үткәрелде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Волга буйы федераль округының бокс буйынса чемпионаты финалында булыуы хаҡында яҙған һәм түбәндәгеләрҙе белдергән:
“Башҡортостан боксерҙары – ысынлап та, шәп. Аҙаҡҡа тиклем торалар. Ата-бабаларыбыҙ әйткәнсә, Салауат тоҡомдары сигенә белмәй! Дүрт алтын, ике көмөш һәм биш бронза миҙал яуланылар. Алға, егеттәр! Һеҙгә һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ!
Бөгөн республикабыҙҙағы бокстың 100 йыллығына арналған тантана үткәрелде. Мин спортсыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән ошо дата менән ҡотланым һәм уларҙы Хөкүмәттең Почет грамоталары менән бүләкләнем. Бынан тыш, бокстың Белорет бүлексәһенә бер миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙым. Ул – республикалағы иң яҡшыһы. Шуға дәртләндерергә булдыҡ. Яҡшы спорт ҡоролмаһы алырҙар.
Бынан тыш, бөгөн “Ауыл тренеры” программаһына ярашлы аҡсалата сертфикат тапшырҙым. Уға тиңдәр юҡ. Беҙ уны спортты ҡалала ғына түгел, ауылда ла үҫтереү өсөн булдырҙыҡ. Ауылда халыҡтың 40 проценты йәшәй, уларҙы ла уңайлы тормош менән тәьмин итергә тейешбеҙ.
Дөйөм алғанда, әлеге ваҡытҡа ҡарата спорттың 11 төрө буйынса 600 меңешәр һум аласаҡ тәүге 15 тренер асыҡланған. Был йыл аҙағына тиклем буласаҡ. Киләһе йылда ла ошо башланғыстарҙы дауам итәсәкбеҙ. Барыһына ла сәләмәтлек!”
Фото: Фейсбук.
Читайте нас