Спорт һәм туризм
26 Сентябрь 2020, 19:30

Ишембай егете ике шайба индерҙе!

“Салауат Юлаев” үҙ боҙонда уйнауын дауам итә. Бөгөн улар “Витязь” менән осрашты. Еңеү кемдә?

“Салауат Юлаев” үҙ боҙонда – “Өфө-Арена”ла – уйнауын дауам итә. Бөгөн улар “Витязь” менән осрашты.
Быға тиклем Мәскәү өлкәһе командаһы “Автомобилист” һәм “Металлург”ты ҡыйратҡайны. Шулай итеп, улар көйәрмәндәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп иткәйне. Ә үткән уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев” менән “Витязь” ике тапҡыр осрашҡайны. Ике матчта ла беҙҙекеләр еңеү яулағайны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командабыҙ коронавирус инфекцияһына бәйле хоккейсыларын “юғалта” бара. Быға тиклем ковид сәбәпле “Салауат Юлаев”тың изоляцияла булған баш тренеры Томи Ламса менән хоккейсылар Маркус Гранлунд, Данила Башкиров һәм иң шәп һөжүм итеүсе Теему Хартикайненға тағы ҡапҡасы Юха Метсола, һаҡсы Павел Коледов, һөжүм итеүселәр Александр Кадейкин һәм Эдуард Ғиматов та өҫтәлде. Шуға “Толпар”ҙан беренсе командаға форвардтар Александр Пашин, Данил Алалыкин, тағы “Торос”тан Владислав Лукин, Даниил Скориков һәм Вячеслав Шевченко ҡушылды. Бөгөн бына ошондай бик үҙенсәлекле команда уйынды башлап ебәрҙе. Был юлы Никита Сошников, Сакари Маннинен һәм Родион Әмиров һөжүм иткән өс уйынсы булды. Ә ҡапҡабыҙҙы 22 йәшлек Владислав Сухачев һаҡланы.
Матч башында дисциплинаны боҙоу һәм аҙсылыҡта уйнау командабыҙҙың төп етешһеҙлектәренең береһенә әйләнде. Ҡунаҡтар ҡапҡабыҙға ике шайбаны сәпәгәс, юлаевсылар һиҫкәнеп киткәндәй тойолдо һәм сәмләнеп уйнарға тотондо. Шуны әйтергә кәрәк: Маркус Гранлунд урынына уйнаған 18 йәшлек Родион Әмиров бөгөн Континенталь хоккей лигаһы сиктәрендәге матчта беренсе тапҡыр үҙенең шайбаһын индерҙе. Һөҙөмтәлә иҫәп 2:3 булды. Әйткәндәй, был уйында баш тренер вазифаһын башҡарыусы Виктор Козлов команданы “һелкетеп алыу” маҡсатында ҡапҡасыны алмаштырҙы: Даниил Тарасов Өфөгә ҡайтҡандан һуң беренсе тапҡыр уйнаны. Һәм тағы Ишембай егете Родион Әмиров икенсе шайбаһын индерҙе! Һөҙөмтәлә юлаевсылар ныҡлап һөжүм итә башлағас, “Витязь” командаһы ла ҡапҡасыһын алмаштырырға мәжбүр булды. Һуңғараҡ форвард Илья Баранов был уйын миҙгелендә беренсе шайбаһын индерҙе. Аҙаҡ Евгений Лисовец, иҫәпте 5:5 итеп, залды геүләтеп алды. Ә уйын тамамланыуға биш минут тирәһе ҡалғас, Алексей Пустозеров командабыҙға алтынсы шайбаны килтерҙе. Һөҙөмтәлә “Салауат Юлаев” командаһы еңде! Иҫәп – 6:5.
Бөгөнгө матч бигерәк көсөргәнешле һәм командабыҙ өсөн һынаулы, ауыр булды. Әммә “Салауат Юлаев” бирешмәне: еңеү яуланы.
Шулай итеп, бөгөнгө көн геройҙары менән таныштырабыҙ. Бына ул командабыҙға килтергән шайба хужалары: Дмитрий Кугрышев, Родион Әмиров (ике шайба), Илья Баранов, Евгений Лисовец, Алексей Пустозеров.
Фото: КХЛ.
Читайте нас