Һаулыҡ мөмкинлектәрендә булған сикләүҙәр күп инвалидтарҙы сикләмәй. Улар ҙа башҡалар кеүек әүҙем тормош алып барырға тырыша. Ошо көндәрҙә Башҡортостанда инвалидлығы булған спортсыларҙың иң көслөләрен асыҡланылар.
Мәләүез районының Нөгөш һыуһаҡлағысында 28 сентябрҙән 30-на тиклем “ИнваФест” спорт фестиваленең беренсе этабы үтте. Республиканан йөҙҙән ашыу инвалидлығы булған спортсы поуэрлифтинг һәм гер спорты буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. Проектты Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының гранты ярҙамында Бөтә Рәсәй инвалидттар йәмғиәтенең төбәк ойошмаһы тормошҡа ашырҙы.
“ИнваФест”ты ойошманың Башҡортостан төбәк ойошмаһы етәксеһе Олег Ротов асты.
– Ниһайәт, беҙҙең сарабыҙ үтте, мин бик шатмын. Кешеләр спортты, бер-береһен һәм ҙур сараларҙы һағынған. Мәләүез районы хакимиәте етәкселеге, республиканың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды һәм “ИнваФест”ты ойошторошҡан башҡа кешеләргә ҙур рәхмәт, – тине ул.
Фондтың директор урынбаҫары Роман Низаметдинов проекттың башланып китеүен ыңғай баһаланы.
– Пандемия арҡаһында был сараны ойоштороу еңел булманы. “ИнваФест”тың беренсе этабы үтеүгә бик шатбыҙ. Һәр бер спортсыға уңыш теләйбеҙ, – тине ул.
Был фестиваль сираттағы спорт байрамы түгел. Ул – үҙең менән ысын көрәш. Инвалидлығы булған күп кешеләргә өйҙән сығыу өсөн генә лә ҙур ҡаршылыҡтарға осрарға тура килә. Фестивалдә ҡатнашҡандар әллә ҡасан үҙҙәрен еңгән: улар араһында республика ғына түгел, Рәсәй наградалары һәм рекордтары ҡуйған кешеләр ҙә бар.
Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Ирина Пушка 20 йыл дауамында пауэрлифтинг буйынса еңелеү белмәй. Сентябрь башында ул Ҡырымда “ПАРАКРЫМ” фестивалендә алтын миҙал яулап ҡайтан. “ИнвестФест”та ла ул үҙенең категорияһында алтын миҙал яуланы.
– Бөгөн көсөмдө пауэрлифтинг һәм гер спортында һынап ҡарайым. “ИнваФест”тың икенсе этабына ла килергә йыйынам, унда Мәләүез районы йыйылма командаһы иҫәбендә ҡатнашасаҡмын. Спортһыҙ ғүмеремде күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти ул.
Ярыштар һөҙөмтәһе буйынса күрһәткестәр түбәндәгесә:
2 урын – Күмертау ҡалаһы;
3 урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
2 урын – Күмертау ҡалаһы;
Фестивалдең икенсе этабы ноябрь айында Өфөлә үтәсәк. Унда дартс, өҫтәл теннисы буйынса ярыштар үтәсәк. Бөтә республиканан 200 самаһы спортсы ҡатнашыр тип көтөлә.