Спорт һәм туризм
30 Сентябрь 2020, 20:15

Бөгөн кем еңде?

Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Екатеринбургтың “Автомобилист” командаһы менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Екатеринбургтың “Автомобилист” командаһы менән осрашты.
Был осрашыуға тиклем хоккейсыбыҙ Сакари Маннинендың матчта уйнамаясағы асыҡланды. Бынан тыш, Теему Хартикайнен, Маркус Гранлунд, Григорий Панин, Юха Метсола, Павел Коледов, Александр Кадейкин, Петр Хохряков, Владимир Жарков, Никита Сошников, Владислав Сухачев һәм Даниил Тарасовтың был уйында ҡатнашмаясағы хаҡында алдан әйтелде. Был күңелһеҙ хәбәрҙәргә коронавирус инфекцияһы сәбәпсе. Әлегә тиклемге матчтарҙа уҡ ошо уйынсыларҙы икенселәре алмаштыра барҙы.
“Автомобилист” командаһы менән матч бына ошондай үҙгәрештәр менән башланды. Өҫтәүенә баш тренер вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Виктор Козловта ла коронавирус табылғаны асыҡланды, уны Николай Цулыгин алмаштырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быға тиклем командабыҙҙың баш тренеры Томи Ламсала ла ошо уҡ инфекцияның барлығы билдәле булып, ул карантинға киткәйне. Яҡын аралағы матчтарҙа Николай Цулыгин баш тренер вазифаһын башҡарасаҡ.
Командабыҙҙың нигеҙен тәшкил иткән хоккейсыларҙың карантинда булыуы сәбәпле, боҙға йәш уйынсылар сыға башланы. Ә “Салауат Юлаев” командаһы, белеүебеҙсә, йәш һәм һәләтле хоккейсыларға бай. Родион Әмиров, Шакир Мөхәмәҙуллин – тап шундайҙарҙан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө матчта “Салауат Юлаев” командаһына еңеү бәхете теймәне. Иҫәп - 1:4. Өсөнсө уйын осоронда индерелгән шайбаның хужаһы – 18 йәшлек Родион Әмиров. Быға тиклем өс тапҡыр еңелгән ҡунаҡтар иһә бөгөн өҫтөнлөк алды.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас