Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус инфекцияһының таралыуы Континенталь хоккей лигаһы матчтарына ла үҙгәрештәр индерҙе. 24 сентябрҙә “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” командаһы “Трактор”ға ҡаршы быға тиклем хас булмағанса состав менән уйнаны.
Был матч алдынан беҙҙең Теему Хартикайнен, бер аҙ йәрәхәтләнеүе сәбәпле, уйында ҡатнашмаясаҡ, тип хәбәр иткәйнеләр. Ә ул, белеүебеҙсә, Континенталь хоккей лигаһының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе. Үкенескә ҡаршы, был һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа әйләнде. Һөҙөмтәлә хоккейсыларыбыҙ сираттағы матчты иң көслө уйынсыбыҙҙан тыш башланы.
Шулай ҙа бирешмәнеләр – 3:1 иҫәбенә еңеү яуланылар! Гол хужалары Никита Сошников (ике тапҡыр) һәм Дмитрий Кугрышев булды.
Артабан 26 сентябрҙә “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда “Витязь” менән осрашты. Был матчҡа тиклем Мәскәү өлкәһе командаһы “Автомобилист” менән “Металлург”ты ҡыйратҡайны. Үткән уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев” менән “Витязь” ике тапҡыр осрашҡайны. Ике матчта ла беҙҙекеләр еңеү яуланы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, командабыҙ коронавирус инфекцияһына бәйле хоккейсыларын юғалта бара. “Витязь” менән матчҡа тиклем “Салауат Юлаев”тың изоляцияла булған баш тренеры Томи Ламса менән хоккейсылар Маркус Гранлунд, Данил Башкиров һәм иң шәп һөжүм итеүсе Теему Хартикайненға тағы ҡапҡасы Юха Метсола, һаҡсы Павел Коледов, һөжүм итеүселәр Александр Кадейкин һәм Эдуард Ғиматов та өҫтәлде. Шуға “Толпар”ҙан беренсе командаға форвардтар
Александр Пашин, Данил Алалыкин, “Торос”тан Владислав Лукин, Даниил Скориков һәм Вячеслав Шевченко ҡушылды.
Бына ошондай бик үҙенсәлекле команда уйынды башлап ебәрҙе. Был юлы Никита Сошников, Сакари Маннинен һәм Родион Әмиров төп көстө тәшкил иткән уйынсылар булды. Ә ҡапҡабыҙҙы 22 йәшлек Владислав Сухачев һаҡланы.
Матч башында тәртип боҙоу һәм аҙсылыҡта уйнау командабыҙҙың төп етешһеҙлектәренең береһенә әйләнде. Ҡунаҡтар ҡапҡабыҙға ике шайба сәпәгәс, юлаевсылар һиҫкәнеп киткәндәй тойолдо һәм сәмләнеп уйнарға тотондо. Шуны әйтергә кәрәк: Маркус Гранлунд урынына боҙға сыҡҡан 18 йәшлек Родион Әмиров Континенталь хоккей лигаһы сиктәрендәге матчта беренсе тапҡыр үҙенең шайбаһын индерҙе.
Әйткәндәй, был уйында баш тренер вазифаһын башҡарыусы Виктор Козлов команданы “һелкетеп алыу” маҡсатында ҡапҡасыны алмаштырҙы: Даниил Тарасов Өфөгә ҡайтҡандан һуң беренсе тапҡыр уйнаны.
Ә шул арала Ишембай егете Родион Әмиров икенсе шайбаһын индерҙе! Юлаевсылар ныҡлап һөжүм итә башлағас, “Витязь” командаһы ла ҡапҡасыһын алмаштырырға мәжбүр булды. Һуңғараҡ форвард Илья Баранов был уйын миҙгелендә голдары иҫәбен асты. Аҙаҡ Евгений Лисовец иҫәпте 5:5 итеп тигеҙләне. Ә уйын тамамланыуға биш минут тирәһе ҡалғас, Алексей Пустозеров командабыҙға матчта алтынсы мәрәйҙе килтерҙе. Һөҙөмтәлә “Салауат Юлаев” командаһы 6:5 иҫәбенә еңде.
Әйткәндәй, “Салауат Юлаев” хоккей клубы 13 уйынсыһын йәрәхәтләнеүселәр иҫәбенә индергән. Был хаҡтағы мәғлүмәт Континенталь хоккей лигаһының рәсми сайтында урынлаштырылған. Шулай итеп, 10 һөжүм итеүсе – Данил Башкиров, Эдуард Ғиматов, Маркус Гранлунд, Владимир Жарков, Александр Кадейкин, Владислав Картаев, Вячеслав Солодухин, Егор Сучков, Теему Хартикайнен и Петр Хохряков, һаҡсылар Григорий Панин менән Павел Коледов һәм ҡапҡасы Юха Метсола үрҙә әйтелгән исемлеккә индерелгән. Ә һаҡсы Филип Ларсен сирләүе (коронавирус инфекцияһы менән түгел) һөҙөмтәһендә уйындарҙа ҡатнаша алманы.
Ошо көндәрҙә Континенталь хоккей лигаһының иң яҡшы хоккейсыларҙы билдәләү буйынса комиссияһы чемпионаттың дүртенсе аҙнаһының лидерҙарын асыҡланы. Улар араһында “Салауат Юлаев” командаһынан һөжүм итеүсе Никита Сошников та бар.
30 сентябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы “Автомобилист”ан 1:4 иҫәбенә еңелде.