Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө” футбол клубы уйынсылары, тренерҙары һәм етәкселеге менән осрашты.
Сарала клубтың Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов та ҡатнашты. Республика етәкселеге команданың үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләште һәм спортсыларға Премьер-лигала уңыштар теләне.
“Беҙ йыш осрашмайбыҙ. Матчтарға йыш йөрөр өсөн ваҡытым да булмай. Ә һөйләшәһе һүҙҙәребеҙ күп, – тине республика Башлығы. – Бигүк яҡшы кәйефтә осрашмайбыҙ. Үҙегеҙ барыһын да аңлайһығыҙ. Һәммәбеҙҙе футболдағы хәл борсой. Шуға Ростислав Рәфҡәт улына: “Әйҙә, егеттәр менән осрашайыҡ. Һорауҙары булһа, әйтһендәр һәм кәрәкмәгән сығанаҡтарҙы тыңламаһындар”, – тинем. Ҡайҙалыр “Башҡорт футболы ҡушыла” тинеләр. Улай түгел. Бер нәмә лә ҡушылмай. Был минең ниндәйҙер ҡарарым да була алмай. Республиканың ҙур футболы – дөйөм тарихыбыҙҙың бер өлөшө. Әллә күпме кешенең, шул иҫәптән һеҙгә тиклем уйнаған егеттәрҙең хеҙмәте ул. Шуға тағы бер тапҡыр әйтәм: бер нәмә лә ҡушылмай”.
Республикабыҙҙа, илебеҙҙә, тотош донъялағы кеүек, ябай булмаған ваҡыт.
“Коронавирус һеҙгә лә ҡағылды. Әммә тағы нығыраҡ иҡтисадҡа тейҙе. Ә ул – һалым, футболды, ғөмүмән, профессиональ спорт төрҙәрен финанслау мөмкинлектәре. Ошондай шарттарҙа ла был процестарҙы туҡтатырбыҙ тип әйтмәнем, хатта бындай уйым да булманы. Тыңлағыҙ һәм ышанығыҙ: финанслауға килгәндә, барыһы ла буласаҡ. Был – мин әйтергә теләгәндең беренсеһе, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер – ағымдағы хәл тураһында. Нимә мине борсой? Беҙ күптән түгел генә матчтарға ғорурланып йөрөгәйнек. Етди командаларҙы ҡыйрата инегеҙ. Турнир таблицаһында хәлебеҙ тыныс, ышаныслы булды. “Ә хәҙер нимә бара ул?" тигән уй тыуа. Командалағыларҙың бер өлөшөнөң сирләгәнен беләм. Медицина ярҙамы күрһәтергә әҙербеҙ. Реабилитациялауҙа булышлыҡ кәрәкһә, шулай уҡ. Миҙгел араһында шифаханаға ебәреү, ҡымыҙ менән дауалау һәм башҡалар. Һеҙ яҡшы уйнаһын өсөн республика бар йәһәттән ярҙам итергә әҙер. Айырым үҙгәрештәр барлығын беләбеҙ. Тәжрибәле етәксегеҙ китте, ул үҫеш юлында. Шамил Камил улы Ғәзизовтың уңыштарына шатбыҙ. Әммә менеджмент, идара итеү хеҙмәткәрҙәре үҙгәрмәне. Ә был артҡа сигенеү өсөн сәбәп түгел”.
Башҡортостан Башлығы республикала футболға ҡыҙыҡһыныуҙың ҙурлығы, бының айырым тарихы булған профессиональ команда арҡаһында икәнлеге, көйәрмәндәрҙең артыуы, шуға һөҙөмтәнең дә яҡшырырға тейешлеге хаҡында әйтте.
“Манеж төҙөй башлағаныбыҙ хаҡында беләһегеҙ. Был – һеҙгә ярҙамдың бер сараһы. Быйыл ҙур футбол стадионына бәйле мәсьәләне хәл итеү буйынса ныҡлы эшләйбеҙ", - тине Радий Фәрит улы. Ул шулай уҡ стадион тулылығының 50 проценттан артмаясағы хаҡында әйтте. Был ябай ҡарар түгел, ә инфекцияға ҡаршы сараларҙың береһе.
“Башҡортостан, тарихи яҡтан ҡарағанда, футбол республикаһы булманы. 1970 – 1980 йылдарҙа командабыҙ юҡ ине. Әлеге ауырлыҡтарға бирешмәйек, яуланғанды һаҡлайыҡ”, – тине Радий Хәбиров.
“Өфө” уйынсылары һәм тренерҙары был осрашыуҙы ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Әле беҙҙең күсмә осор. Был хәлебеҙҙән сығырға тырышырбыҙ, – тине команданың баш тренеры Вадим Евсеев. – Дуҫтар ауыр хәлдә беленә: хәл насар икән – нығыраҡ берләшергә тейешбеҙ. 3 октябрҙә Волгоградтың “Ротор”ы менән мөһим уйын. Уға бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ, көйәрмәндәрҙе уйыныбыҙ һәм һөҙөмтә менән ҡыуандырырға тырышырбыҙ”.
Клуб ҡапҡасыһы Александр Беленов команда исеменән рәхмәт әйтте. “Трибунаға көйәрмәндәрҙе ҡайтарыу өсөн барыһын да эшләргә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ынтыласаҡбыҙ”, – тине ул. Һаҡсы Боян Йокич бер генә еңеүҙең дә бар хәлде үҙгәртеү ихтималлығы хаҡында әйтте. Һәм был еңеүҙе "Өфө" 3 октябрҙә “Ротор” менән матчта яуларға теләй.