Спорт һәм туризм
5 Октябрь 2020, 20:55

Был матчты түҙемһеҙләнеп көткәйнек...

Бөгөн “Салауат Юлаев” Ҡазандың “Аҡ Барыҫ” командаһы менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” Ҡазандың “Татнефть-Арена”һында “Аҡ Барыҫ” командаһы менән осрашты.
Коронавирус инфекцияһы сәбәпле, командабыҙҙың төп составы урынына йәш хоккейсылар уйнауын дауам итә. Әйткәндәй, вирус осоронда Родион Әмиров үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә алды, Дмитрий Кугряшев даими мәрәйҙәр йыя, яңыраҡ команда составына Филип Ларсен ҡайтып, шундуҡ тигәндәй шайба индерҙе. Ә бөгөнгө матчтың башланыуына тиклем командабыҙ көйәрмәндәрен бер үҙенсәлекле яңылыҡ көттө: “Салауат Юлаев” клубы начальнигы Юрий Попов баш тренер вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Николай Цулыгиндың тренерҙар штабына инде. Клубтың 36 йәшлек хеҙмәткәре коронавирус инфекцияһы сәбәпле белгестәрҙең юҡлығы һөҙөмтәһендә тренерҙар эскәмйәһенә эләкте. Тап ошо арҡала Өфө клубына әлегә Томи Ламса идара итмәй. Әммә, ниндәй генә хәлдәр теркәлмәһен, был матчты көйәрмәндәр түҙемһеҙләнеп көттө. Ғөмүмән, был ике команда араһындағы ярыш һәр саҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Тик өмөтөбөҙ аҡланманы: уйын 4:1 иҫәбенә тамамланды. Ябай булмаған матчта еңеү яулай алманыҡ. 15 хоккейсыбыҙҙың лазаретта булыуы үҙенең насар эҙемтәһен күрһәтте. Әммә йәш хоккейсыларыбыҙ үҙҙәрен йәлләмәй тырышты. Боҙ хужалары ҡапҡаһына шайбаны Алексей Пустозеров индерҙе. Был бөгөн командабыҙ индергән берҙән-бер шайба булды.
Фото: КХЛ.
Читайте нас