Әҙилә Ғәзизова 14 йәшкә тиклемгеләр араһында блицта еңеп сыҡһа, рапидта иһә бронза миҙал яулаған. 11 йәшкә тиклемгеләр араһында донъя чемпионы һәм халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужинаның ҡыҙы Сафия ике дисциплина буйынса еңеп сыҡҡан. Аня Косарева иһә көмөш һәм бронза миҙалға лайыҡ булған. Әйткәндәй, ярыштар 14 октябргә тиклем дауам итә.