Башҡортостан
+22 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Октябрь 2020, 16:30

Тарихта беренсе тапҡыр!

Беренсе тапҡыр “Салауат Юлаев” командаһының бер түгел, өс хоккейсыһы Милли хоккей лигаһына эләкте.

Беренсе тапҡыр “Салауат Юлаев” командаһының бер түгел, өс хоккейсыһы Милли хоккей лигаһына эләкте.
Рәсәйҙән барлығы 23 хоккейсы океан аръяғы клубтарында уйнаясаҡ. Улар араһынан өс спортсы – Башҡортостандан, “Салауат Юлаев” командаһынан! Быға тиклем был исемлеккә һөжүм итеүсе Родион Әмиров (15-се һан, “Торонто Мейпл Лифс”) һәм һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин (20-се һан, “Нью-Джерси Девилз”) эләкһә, хәҙер 199-сы һан аҫтында һөжүм итеүсе Александр Пашин да бар.
Хоккейсыларыбыҙ өсөн был хәл, әлбиттә, бик ҡыуаныслы.
“Ҙур тарихлы клубҡа эләгеүем менән бәхетлемен. Бала саҡтан минең өсөн тырышҡан, күп көс һалған ата-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен”, – тип белдергән Родион Әмиров.
“20-се һан аҫтында мине һайлауҙарын көтмәгәйнем. Йөрәгем дарҫлап типте. Ҡыуандым һәм бер нисә сәғәттән күнекмәләргә икәнлеген аңланым”, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашҡан Шакир Мөхәмәҙуллин. 18 йәшлек башҡорт һаҡсыһы үҙенең иң яҡшы командаларҙың береһенә эләгеүе менән шат.
18-19 йәшлек егеттәрҙең барыһы ла алда әле. Уларға уңыштар теләйек. Һәм киләсәктә ҙур спортта хокекейсыларыбыҙҙың исеме оҙаҡ яңғырар һәм ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшерҙәр, тигән ышаныстабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас в