Рәсәй йыйылма командаһы составында ике башҡорт спортсыһы бар ине. Артур Зөлҡәрнәев – 75, Наил Мөхәмәтйәнов 85 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмдәрендә үҙҙәрен һынап ҡараны. Артур финал алышында Төркмәнстан вәкилен еңде һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Наил да Әрмәнстан спортсыһынан көслөрәк һәм етеҙерәк булып сыҡты – ул да беренселекте яуланы.