Спорт һәм туризм
8 Октябрь 2020, 20:00

Бөгөн еңеү кемдәрҙә?

8 октябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы “Өфө-Арена”ла Новосибирскиҙың “Себер”е менән осрашты.

8 октябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы “Өфө-Арена”ла Новосибирскиҙың “Себер”е менән осрашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был матчты бик матур яңылыҡ менән ҡаршыланыҡ: “Салауат Юлаев”тың һөжүм итеүселәре Родион Әмиров, Александр Пашин һәм һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин Милли хоккей лигаһына эләкте. Был, әлбиттә, һәр хоккейсының тиерлек хыялы. Уларға киләсәктә уңыштар теләйек.
Ә “Себер”гә килгәндә, Континенталь хоккей лигаһы барышында “Салауат Юлаев” был команда менән барлығы 39 тапҡыр осрашҡайны һәм өфөләр 24 тапҡыр еңеү яулағайны. Шуға был матчта ла еңеүгә өмөт иттек. Тик беренсе осор “Себер” файҙаһына 2:0 менән тамамланды. Әйткәндәй, был уйында ла ҡапҡабыҙҙы Александр Скрынник һаҡланы. Икенсе осорҙа иһә Илья Баранов менән Михаил Воробьев ҡунаҡтар ҡапҡаһына берешәр шайба индергәс, беҙҙекеләр ышаныслыраҡ уйнай башланы. Өсөнсө осорҙа “Себер” ҡапҡаһына индерелгән шайбаның хужаһы тағы Илья Баранов булды. Һөҙөмтәлә иҫәп – 3:3! Хоккейсыларыбыҙ холҡон күрһәтә алды. Артабан буллиттар серияһында еңеп тә сыҡтыҡ – 4:3. Был шайбаны Родион Әмиров индерҙе.
Иртәнән һуң командабыҙ Мәскәүҙең ЦСКА-һы менән осрашасаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас