Сәләмәт быуынды тәрбиәләү һәм халыҡтың йәшәү оҙайлылығын арттырыу, һис шикһеҙ, донъялағы һәр дәүләттең төп маҡсаттарының береһе, шуға күрә илебеҙҙә физик культура менән спорттың үҫешенә етди иғтибар бүленә. Даими физик әүҙемлек һәр кемдең кәйефен күтәрә, эшләү дәртен арттыра, тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләрендә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә.
Пандемия “ҡамасауларға” маташһа ла...
Физик культура менән әүҙем тормошто пропагандалау һөҙөмтәһендә илебеҙҙә спорт менән даими шөғөлләнгән кешеләр һаны йылдан-йыл күбәйә. Бөгөн Рәсәйҙә улар – яҡынса 40 процент. Ошо күрһәткесте тағы ла арттырыу өсөн һөҙөмтәле эш алып барыла. Тағы дүрт йылдан сәләмәт тормош алып барыусылар һаны 55 процент булыр, тип күҙаллана. Бер уйлаһаң, был буй етмәҫлек хыял да түгел. Өҫтәүенә ошо йүнәлештәге эштәр федераль һәм төбәк кимәлендә атҡарыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә ил төбәктәрендә күп функциялы заманса спорт объекттары – боҙ ареналары, бассейндар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары хасил була. Әйткәндәй, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостанда ла спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш тағы ла нығыраҡ артты. Быға республикабыҙҙа спорт объекттарының бер-бер артлы барлыҡҡа килеүе, әлбиттә, йоғонто яһамай ҡалманы.
Былтыр йыл аҙағында Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы аръяғында шорт-трек үҙәге асылды. Билдәләнеүенсә, киләсәктә был үҙәк Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә аласаҡ. Төҙөлөш 2012 йылда башланғайны. Тик төрлө сәбәптән бер нисә тапҡыр туҡтатылды. Эш бер йыл элек йәнә яңыртылды һәм бина, ниһайәт, сафҡа инде.
Быйыл март башында Өфөләге Республика спорт әҙерлеге үҙәгендә Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервының спорт мәктәбе үҙ эшен башланы. Илебеҙҙә ошоға тиклем бындай спорт мәктәбе юҡ ине. Өҫтәүенә бында Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар әҙерләнәсәк.
Үҙенсәлекле белем усағын асыу тантанаһына билдәле спортсы үҙе лә килгәйне. Ҙур бинала өс бокс рингы урынлашҡан. Хәҙер унда республиканың бар спортсылары шөғөлләнә ала. “Көрәш юлдары тигеҙ генә түгел. Был – тәү сиратта холоҡтар алышы. Ул иһә сыныҡтыра һәм тормошта үҙ көсөңә ышаныс бирә”, – тигәйне Николай Валуев.
Шулай итеп, Олимпия резервы мәктәбендә республика, ил кимәлендәге ярыштарҙы үткәреү өсөн майҙансыҡ булдырылды.
Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге баш ҡалалағы Октябрь районының Глумилин биҫтәһендәге Гәрәев – Архитектор Рехмуков – Нуриев – Комсомол урамдары кварталында төҙөләсәк. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, үҙәкте төҙөү проекты Башҡортостандың Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән.
Быйыл республика халҡы һәм спортсылар өсөн 10-дан ашыу яңы һәм яңыртылған спорт объектының асылыуы планлаштырылғайны. Был хаҡта республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса министрлығында үткәрелгән киңәйтелгән ултырыштарҙың береһендә ведомство етәксеһе Руслан Хәбибов белдергәйне. Тик коронавирус пандемияһы сәбәпле, әлегә ҡайһы бер саралар кисектерелеп тора.
Рәсәйҙә иң яҡшы икәнлеген раҫланы
Мәғлүм булыуынса, Өфөләге Спорт әҙерлеге үҙәге Рима Баталованың исемен йөрөтә. Республикабыҙҙың һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларының ҡаҙаныштары иһә тотош донъяға билдәле. Рима Баталова – еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, 36 тапҡыр донъя чемпионы. Ул алты тапҡыр рәттән Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан. “Рима Баталова – тере легенда. Ул – үҫеп килгән быуындар өсөн өлгө”, – тип хәбәр иттеләр министрлыҡта.
16 сентябрҙә Мәскәүҙәге Ҡунаҡһарайҙа уҙғарылған III Бөтә Рәсәй “Спорт менән йәшәйем” форумында Башҡортостандың Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге иң яҡшы спорт объекты тип танылды һәм уның етәксеһе Юлиә Чачина “Спорт менән йәшәйем” премияһына лайыҡ булды.
Тағы шуныһы ҡыуаныслы: Ишембайҙа Боҙ аренаһы сафҡа инә. Киләсәктә ул да ҙур дан-ҡаҙаныштарға өлгәшер, тип өмөт итәбеҙ. Был объекттың дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метрҙан ашыу. 500 урынлыҡ аренаның хаҡы 270 миллион һумдан күберәк тәшкил итә.
Бында спортҡа балаларҙы күберәк ылыҡтырыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Өҫтәүенә был – яңы эш урындары ла, яңы тренерҙар эшкә йәлеп ителәсәк. Боҙ һарайында хоккей, фигуралы шыуыу буйынса секциялар асыласаҡ. Тимәк, был – төбәктә яңы спортсылар тәрбиәләнәсәк һәм улар республикабыҙ данын ил, донъя күләмендәге спорт сараларында яҡлаясаҡ, тигән һүҙ.
Быйыл спортсылар һәм спорт һөйөүселәр оҙаҡ көткән ваҡиғаларҙың береһе, ниһайәт, тормошҡа ашты: баш ҡалала 50 йылдан ашыу капиталь ремонт күрмәгән “Нефтсе” бассейны файҙаланыуға тапшырылды. Быға тиклем бинала 1967 йылда төҙөлгәндән алып бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эштәре атҡарылмаған. Бассейн 70 процентҡа иҫкергәйне. Хәҙер ул – өр-яңы спорт комплексы.
Дөйөм майҙаны биш мең квадрат метрҙан ашыу булған 50 метр оҙонлоҡтағы ҡоролманың һыу юлы тәрәнлеге – бер ярымдан биш метрға тиклем. Спорт объекты замансалаштырылған, залдарҙа ҡорамалдар урынлаштырылған, һыуға һикереү өсөн вышкалар һаҡлап ҡалынған. Әйткәндәй, Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы 25 метр оҙонлоғондағы йөҙөү бассейнын төҙөү эштәре 2018 йылдың көҙөндә үк башланғайны. Объекттың дөйөм хаҡы – 100 миллион һумдан саҡ ҡына күберәк. Төҙөлөштөң заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы – “ГК Прогресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Спорт объектының дөйөм майҙаны 1,6 меңдән ашыу квадрат метрҙы тәшкил итә. Ул сәғәтенә 40 кешене хеҙмәтләндереү ҡеүәтенә эйә. Проектҡа ярашлы, 25 метр оҙонлоғондағы дүрт һыу юлы ҡаралған.
9 сентябрҙә Әлшәй районының Раевка ауылында ла бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы эш башланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға тиклем республиканың һәр район үҙәгендә бассейн буласағы хаҡында белдергәйне. Әйткәндәй, республика етәкселеге башланғысы менән былтыр тотош республикала физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрен төҙөү буйынса программа эшләнгәйне. Уға ярашлы, Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында йыл һайын бер нисә спорт объекты төҙөлөп сафҡа индереләсәк. Тимәк, йәш быуын бассейнға ҡытлыҡ кисермәйәсәк, сәләмәтлеген нығытасаҡ.
Шуныһы ҡыуандыра: Башҡортостанда спорт объекттарын төҙөү эше дауам итә. Мәҫәлән, Өфөнөң Орджоникидзе районындағы “Нефтсе” стадионы биләмәһендә йыл әйләнәһенә эшләгән футбол манежы төҙөлә. Объектта эш быйыл апрелдә башланғайны.
Ябыҡ футбол манежы Адреслы республика инвестиция программаһы нигеҙендә һалына. 6,5 мең квадрат метрлыҡ бинаның ҙур өлөшөн яһалма япма түшәлгән футбол майҙаны биләй. Төҙөлөштө 2022 йыл аҙағына тамамларға уйлайҙар. Әйткәндәй, был объект республикала тәүге дәүләт манежын тәшкил итәсәк.
Бәхеткә күрә, республикабыҙҙың спорт өлкәһендә ҡыуаныслы яңылыҡтар даими булып тора. Уларҙың береһе – “Ауыл тренеры” программаһы эш башланы. 11 спорт төрө – спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, уҡ атыу, каратэ, спорт йүнәлешле һәм тай боксы буйынса 15 тренер 600 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ.
Был белгестәр Архангел, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Балтас һәм Өфө райондарынан.
“Аҡса ҡулға түгел, сертификат итеп бирелә. Уларҙы өй һатып алыуға йәки төҙөүгә тотонорға мөмкин. Беҙ – Рәсәйҙә ошо программаны тормошҡа ашыра башлаған берҙән-бер төбәк. Уның менән башҡалар ҙа ҡыҙыҡһына. Әлегә өс йылда 250 тренерға аҡса бирергә иҫәп тотабыҙ. Белгестәр әйтеүенсә, шулай итеп, ауылдарҙағы тренерҙарға ҡытлыҡты бөтөрәсәкбеҙ һәм спорт комплекстарын нығытасаҡбыҙ”, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Тимәк, хәҙер спорт республика ҡалаларында ғына түгел, ауылдарыбыҙҙа ла киң үҫеш аласаҡ. Ә был иһә киләһе быуын сәләмәт тормош алып барасаҡ һәм республикабыҙ артабан да сәскә атасаҡ, тигән һүҙ.