Спорт һәм туризм
9 Октябрь 2020, 09:43

Уңышҡа өлгәштеләр

Рязань ҡалаһында үткәрелгән Рәсәйҙең ҡул һуғышы буйынса кубогына бәйгелә республикабыҙҙың “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.

Рязань ҡалаһында үткәрелгән Рәсәйҙең ҡул һуғышы буйынса кубогына бәйгелә республикабыҙҙың “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.


70 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Азамат Сәмғуров – бронза, 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Артур Сөләймәнов көмөш миҙал яуланы. Ә ярышта илдең 38 төбәгенән барлығы 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Был турнир һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тупланасаҡ. Ул ноябрҙә Минскиҙа үтәсәк донъя кубогына ярыштарҙа ҡатнашасаҡ.
Читайте нас