Спорт һәм туризм
9 Октябрь 2020, 09:38

Йәштәр тырыша ла ул...

“Салауат Юлаев”тың тәжрибәле хоккейсылары һаман уйнай алмай.

3 октябрҙә “Салауат Юлаев” Түбәнге Кама ҡалаһында урындағы “Нефтехимик” менән осрашты. Өфөләр сафында һаман да башлыса йәштәр сығыш яһауын дауам итә, әммә улар был юлы һынатманы.


Сираттағы матчта юлаевсыларҙан һаҡсы Филип Ларсен да уйнаны. Һөҙөмтәлә ул, тағы форвардтар Михаил Воробьев, Илья Баранов, Данил Алалыкин хужалар ҡапҡаһына дүрт шайба индерҙе. Ә Түбәнге Кама командаһында һөжүм итеүсе Владимир Голузин ғына уңышҡа өлгәште.

5 октябрҙә “Салауат Юлаев” Ҡазанда “Аҡ Барыҫ” менән уйнаны. Әйткәндәй, коронавирус инфекцияһы осоронда беҙҙең Родион Әмиров үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә алды, Дмитрий Кугрышев даими мәрәйҙәр йыя, яңыраҡ команда составына Филип Ларсен ҡайтып, шунда уҡ тигәндәй шайба индерҙе.


Был матчтың башланыуына тиклем командабыҙ көйәрмәндәрен бер үҙенсәлекле яңылыҡ көтә ине: “Салауат Юлаев” клубы начальнигы Юрий Попов баш тренер вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Николай Цулыгиндың тренерҙар штабына инде. Клубтың 36 йәшлек хеҙмәткәре, коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле белгестәрҙең юҡлығы һөҙөмтәһендә тренерҙар эскәмйәһенә эләкте. Тап ошо арҡала Өфө клубына әлегә Томи Ламса идара итмәй. Ә ул бар саҡта команда һәр саҡ яуаплыраҡ уйнай кеүек.


Әммә, ниндәй генә хәлдәр теркәл­мәһен, был матчты көйәрмәндәр түҙемһеҙләнеп көттө. Тик өмөтөбөҙ аҡланманы: уйын хужалар файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамланды. Еңеү яулай алманыҡ. 15 хоккейсы һәм тренерҙың “лазарет”та булыуы үҙенең насар эҙемтәһен күрһәтте. Ләкин йәш уйынсыларыбыҙ үҙҙәрен йәлләмәй тырышты, конкурентлыҡҡа һәләтле икәнлектәрен күрһәтте. Боҙ хужалары ҡапҡаһына берҙән-бер шайбаны Алексей Пустозеров индерҙе.


Фин хоккейсылары Теему Хартикайнен, Маркус Гранлунд, Юха Метсола һәм башҡа уйынсыларҙан тыш, “Салауат Юлаев” – бөтөнләй икенсе команда. Тағы ошондай уҡ составтағы юлаевсылар кисә “Өфө-Арена”ла Новосибирскиҙың “Себер”е менән осрашты.
Читайте нас