Спорт һәм туризм
10 Октябрь 2020, 14:30

46 мәктәптә – көрәш өсөн спорт залы

"Чемпиондар үҫтерербеҙ тип ышанабыҙ. Теләк бар, тимәк, һөҙөмтә буласаҡ".

9 октябрҙә Башҡортостан Башлығы приздарына спорт көрәше буйынса Рәсәй Кубогына старт бирелер алдынан Радий Хәбиров республикалағы 46 мәктәптә онлайн режимда көрәш өсөн спорт залын асты.
Төбәктәге 40 ҡала һәм райондағы был залдар, “Спорт көрәше – Башҡортостан мәктәптәренә” проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, спорт көрәше менән шөғөлләнеүгә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Башланғысты былтыр тормошҡа ашырыуға тотонғайнылар. Пилот проектында 16 мәктәп ҡатнашты. Уларҙың яртыһы – Өфөлә. Башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн 27,6 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслау бүленгән.
“Беҙҙең Яңы Мораптал ауылының “Спорт көрәше – Башҡортостан мәктәптәренә” проектында ҡатнашыуы өсөн шатбыҙ. Хәҙер заманса йыһазландырылған залыбыҙ бар. Спорт көрәше буйынса чемпиондар үҫтерербеҙ тип ышанабыҙ. Рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы!” – тине сара барышында Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.
Хакимиәттең физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Василий Копылов “Башинформ” агентлығына райондағы биш ауыл мәктәбендә милли көрәш буйынса секциялар эшләүе хаҡында белдергән.
“Ермолаевканың 1-се мәктәбендә самбо көрәше, дзюдо менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырылды. Мораптал мәктәбендә махсуслаштырылған көрәш залы эшләй башланы, Бөгөлсәндәге белем усағында барлыҡ кәрәкле инвентары булған махсуслаштырылған зал барлыҡҡа киләсәк. Тотош районда спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуҙырылған. Теләк бар, тимәк, һөҙөмтә буласаҡ”, – тип белдергән Василий Копылов.
Сараны тантаналы асыу ваҡытында Башҡортостан Башлығы “Ауылы тренеры” республика программаһы буйынса сертификаттар ҙа тапшырҙы. Уларҙың һәр береһе – 600 мең һумлыҡ. Сертификаттарҙы Баймаҡтан, Бәләбәй районының Приютов ҡасабаһынан, Өфө районынан һәм Кушнаренко ауылынан спорт көрәше буйынса тренерҙар алды. Билдәле булыуынса, “Ауыл тренеры” программаһы – Башҡортостан Башлығы башланғысы. Уны финанслау күләме йыл һайын 60 миллион һум тәшкил итә.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас