9 октябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы приздарына ирҙәр араһында спорт (грек-рим) көрәше буйынса Рәсәй Кубогына старт бирҙе.
Ярыштар Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә барлыҡ санитар нормалар һәм ҡағиҙәләр күҙәтелеп үткәрелә.
Турнирҙа Рәсәйҙең алдынғы көрәшселәре ҡатнаша. Өфөгә илдең 34 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы һәм тренер килде. Почетлы ҡунаҡтар араһында – олимпия уйындары, донъя һәм Европа чемпиондары Михаил Мамиашвили, Алексей Мишин, Морат Карданов, Вартерес Самургашев, Ислам-Бека Альбиев һәм Роман Власов.
– Беҙгә, башҡортостандарға, ошондай кимәлдәге спорт ваҡиғаларын ҡабул итеү – оло мәртәбә, – тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров, ярыштарҙа ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп. – Башҡортостан халҡы спортты ярата, ҡунаҡсыллығы менән дә дан тота. Рәсәйҙең иң яҡшы көрәшселәрен ихлас сәләмләйбеҙ. Спортсыларға намыҫлы көрәш һәм еңеүҙәр, ә тамашасыларға был матур тамашаны кинәнеп ҡарауҙарын теләйбеҙ.
Сараны асыу тантанаһында Радий Хәбиров атҡаҙанған спортсыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай итеп, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Салауат Юлаев ордены менән наградланды. Дуҫлыҡ орденына республиканың спорт көрәше буйынса олимпия резервы мәктәбе директоры, СССР-ҙың классик көрәш буйынса спорт мастеры Александр Григорьев лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын республиканың Спорт көрәше федерацияһы вице-президенты, СССР-ҙың классик көрәш буйынса спорт мастеры Алексей Борман алды.
Александр Григорьев - Радий Фәрит улының элекке тренеры - үҙ тәрбиәләнеүсеһенән юғары награда алыуҙың икеләтә шатлыҡ булыуын билдәләне.
"Һәр тренер юғары кимәлдәге спортсылар ғына түгел, ә Рәсәйҙең лайыҡлы граждандарын әҙерләргә теләй. Мин үҙ тәрбиәләнеүсем менән ғорурланам: ул - Башҡортостандың лайыҡлы улы", - тине республика Башлығының тренеры.
Бөгөнгө тантанала Өфөнән, Салауаттан, Стәрлетамаҡтан, Октябрьскийҙан һәм Белореттан республиканың иң яҡшы һигеҙ спорт мәктәбе яңы микроавтобуслы булды. Машиналарҙы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектына ярашлы алғандар. Тағы бер автобусты Белорет районының Көрәш буйынса спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә халыҡ-ара һәм ил аренаһындағы еңеүҙәре өсөн бирҙеләр.
Радий Хәбиров шулай уҡ Баймаҡ, Бәләбәй, Өфө, Кушнаренко райондарынан “Ауыл тренеры” республика программаһы ҡатнашыусыларына 600 мең һумлыҡ биш сертификатты тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был маҡсатлы эш быйыл төбәк етәксеһенең тәҡдиме менән башланғайны. Ул белгестәрҙе республика райондарына йәлеп итергә һәм барлыҡ балаларға күмәк спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуҙырырға тейеш.
Башҡортостан Башлығының тағы бер башланғысы – “Спорт көрәше – мәктәптәргә” пилот проекты. Ул 2019 йылда Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы ярҙамында старт алғайны. 9 октябрҙә республиканың 46 мәктәбендә яңы спорт залдары тантаналы асылды. Сараларҙы турнир ҡунаҡтары видеобәйләнеш аша ҡараны.
Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итеп, Михаил Мамиашвили барлыҡ көрәшселәр берекмәһе исеменән рәхмәтен белдерҙе. Ябай булмаған эпидемиологик хәлгә ҡарамай, турнирҙы Өфөлә юғары кимәлдә ойошторғандар, тип белдерҙе ул.
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң яҡшы көрәшселәребеҙ объектив сәбәптәргә бәйле оҙайлы ваҡытҡа ҙур ярыштарҙан ситләтелгәйне. Хатта Олимпия уйындары ла пандемия ҡорбанына әйләнде, – тине Михаил Мамиашвили. – Һеҙ тапшырған Салауат Юлаев ордены, моғайын, ғүмеремдәге оло мәғәнәгә эйә наградаларҙың береһелер. Уны беҙ күмәкләп тормошҡа ашырырға тейешле эштәргә аванс кеүек баһалайым. Миңә төбәктә спортҡа системалы рәүештә - һәр урында, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ярҙам итеүегеҙ оҡшай. Тиҙҙән кисәге малайҙарҙың юғары спорт наградаларына һәм исемдәренә дәғүә итеренә ышанам. Башҡортостан көрәшселәре үҙ көсөн артабан да даими күрһәтер тип ышанам".
Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты республиканың әйҙәүсе спорт мәктәптәренә өс көрәш балаҫы һәм дүрт комплект спорт ҡоролмаһы бирҙе.
"2021 йылда бында, Башҡортостан ерендә, йәштәр араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге үткәрергә теләйбеҙ, – тип үҙ пландары менән уртаҡлашты Михаил Мамиашвили. – Тотош донъя илселәре ошо балаҫтарҙа көрәшәсәк. Һәм бөгөнгө сараны көтөлгән үҙенсәлекле ваҡиға алдынан ҙур репетиция тип иҫәпләйем".