Беренсе уйын миҙгелендә – Филип Ларсен, икенсеһендә Михаил Воробьев ҡунаҡтар ҡапҡаһына шайба индерҙе. Шулай итеп, бөгөнгө “Өфө-Арена”лағы уйында командабыҙ хоккейсылары ике шайба яулауға өлгәште. Матч ЦСКА файҙаһына 2:4 иҫәбе менән тамамланды. Беҙҙекеләр Континенталь хоккей лигаһы лидерын еңә алманы. Әлегә “Салауат Юлаев” лиганың Көнсығыш конференцияһы таблицаһында – дүртенсе урында. Улар йәмғеһе 16 матчта уйнап, 20 мәрәй тупланы.