Спорт һәм туризм
11 Октябрь 2020, 20:00

“Өфө”гә Рәхимов идара итәсәк

Яңы баш тренерҙың кем икәнлеге асыҡланды.

“Өфө” футбол командаһының яңы баш тренерының кемлеге асыҡланды.
Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында журналист Иван Карпов яҙған. Ә вазифаға тәғәйенләү хаҡында рәсми рәүештә яҡын арала хәбәр итәсәктәр.
7 октябрҙә клуб Вадим Евсеев менән контрактты өҙгәйне. Был вазифаны хәҙер Рәшид Рәхимов биләйәсәк. Ул быға тиклем “Амкар”, “Локомотив” һәм “Әхмәт” командаларына идара иткән.
“Өфө”гә килгәндә, ул Рәсәй чемпионатын бик уңышлы башламағайны. Әле ун тур һөҙөмтәләре буйынса 15 урынды биләй.
Фото: twitter.com
Читайте нас