Бөгөн “Салауат Юлаев” менән “Барыҫ” командалары көс һынашты.
Ҡаҙағстан хоккейсылары күп ваҡытын – сентябрҙең икенсе яртыһын тиерлек – карантинда уҙғарҙы. Беҙҙең уйынсылар ҙа, коронавирус инфекцияһы сәбәпле, лазаретта булды һәм, ниһайәт, әкренләп матчтарҙа уйнай башланы. Шулай итеп, лидерҙарыбыҙ ҙа составҡа кире әйләнеп ҡайтты.
Үкенескә күрә, был хәл командабыҙға еңеү яуларға ярҙам итмәне. Матч “Барыҫ” файҙаһына 2:3 иҫәбе менән тамамланды. Улар овертаймда еңеп сыҡты. Беҙ индергән бөгөнгө шайба хужалары – Шакир Мөхәмәҙуллин менән Александр Алексеев.
15 октябрҙә “Салауат Юлаев” Мытищи ҡалаһында Ҡытайҙың “Куньлунь Ред Стар” командаһы менән осрашасаҡ. Бәлки, хоккейсыларыбыҙ унда еңеү яулар?