Спорт һәм туризм
16 Октябрь 2020, 09:37

“Өфө”гә Рәхимов етәкселек итәсәк

Күптән түгел “Өфө” футбол командаһының яңы баш тренеры билдәләнде.

Күптән түгел “Өфө” футбол командаһының яңы баш тренеры билдәләнде.


Был хаҡта клубтың мат­буғат хеҙмәте хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 7 ок­тябрҙә “Өфө” Вадим Евсеев менән контрактты өҙгәйне. Был вазифаны хәҙер 55 йәшлек Рәшид Рәхимов биләйәсәк. Тажикстанда тыуған Рәшид Рә­химов быға тиклем Дүшәнбе ҡала­һының “Памир”, Испа­нияның “Вальядолид”, Австрияның “Аустрия”, “Адмиру Ваккер” һәм “Рид” командалары өсөн сығыш яһаған. 2018 – 2019 йылдарҙа Пермдең “Амкар”, Мәскәүҙең “Локомотив”, Грозныйҙың “Әхмәт” һәм Австрияның “Адмиру Ваккер” командаларында баш тренер булған.


Рәшид Рәхимовты бик ҡаты һәм талапсан етәксе тип баһалайҙар. Ул үҙенең туған теленән тыш, рус, немец, испан һәм үзбәк телдәрен яҡшы белә. Рәшид Мөхәмәтҡол улы өсөн ҡаты уйнау стиле хас икән. Бәлки, яңы тренерҙың бына ошондай холоҡ һыҙаттары, ниһайәт, “Өфө” командаһын ныҡлап уйнарға мәжбүр итер?


Командабыҙға килгәндә, ул Рәсәй чемпионатын бик уңышлы башламағайны. Әле ун тур һөҙөмтәләре буйынса 15-се урынды биләй.
Читайте нас