Спорт һәм туризм
16 Октябрь 2020, 09:38

Ҡыҙҙарыбыҙ һынатманы

Өфөнән өс йәш шашкасы Төркиәлә үткәрелгән йәштәр араһындағы рус шашкаһы буйынса донъя беренселегендә алты миҙал яулаған. Уларҙың өсәүһе – алтын!

Өфөнән өс йәш шашкасы Төркиәлә үткәрелгән йәштәр араһындағы рус шашкаһы буйынса донъя беренселегендә алты миҙал яулаған. Уларҙың өсәүһе – алтын!


Әҙилә Ғәзизова 14 йәшкә тиклемгеләр араһында блицта еңеп сыҡһа, рапидта иһә бронза миҙал яулаған. 11 йәшкә тиклемгеләр араһында донъя чемпионы һәм халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужинаның ҡыҙы Сафия ике дисциплина буйынса еңгән. Аня Косарева иһә көмөш һәм бронза миҙалға лайыҡ булған.
Читайте нас