Бөгөн “Салауат Юлаев” Мытищи ҡалаһында “Куньлунь Ред Стар” командаһы менән осрашты.
Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионаты матчтары дауам итә. "Салауат Юлаев"ҡа был уйындар еңел бирелмәне. Биш көн һайын тиерлек уларға коронавирус инфекцияһына тест бирергә тура килә. Өҫтәүенә күбеһе, COVID-19 менән сирләү сәбәпле, лазаретта булып сыҡты. Әммә, нисек кенә булмаһын, ярыш дауам итә.
Беҙҙең команданың йәштәре һынатманы: байтаҡ шайба индерҙеләр. Бөгөн яңылыҡ та бар. “Салауат Юлаев” быйыл майҙа ғына команда составына Силәбенән килгән 22 йәшлек Владислав Сухачев менән контрактты өҙҙө. Ул беҙҙең өсөн ике матчта ғына уйнай алды.
Үкенескә күрә, бөгөн 5:3 иҫәбе менән “Куньлунь Ред Стар” еңде. Ҡаршы командаға Дмитрий Кугрышев, Данил Башкиров һәм Теему Хартикайнен шайба индерҙе.