Спорт һәм туризм
16 Октябрь 2020, 09:36

Юлаевсылар сафҡа ҡайта башланы

Хоккейсыларыбыҙ беҙҙе урыны менән һөйөндөрөп, урыны менән көйөндөрөп уйнауын дауам итә. 10 октябрҙә “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” менән ЦСКА командалары осрашты.

Хоккейсыларыбыҙ беҙҙе урыны менән һөйөндөрөп, урыны менән көйөндөрөп уйнауын дауам итә. 10 октябрҙә “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” менән ЦСКА командалары осрашты.


Шуныһы һөйөнөслө: “Салауат Юлаев”тың коронавирус таралыуына бәйле матчтарҙан ситләтелгән уйынсылары әкренләп боҙға ҡайта башланы. Мәскәүҙең ЦСКА-һы менән осрашыуҙа, мәҫәлән, Павел Коледов, тренерҙар Виктор Козлов һәм Томи Ламса булды.


Беренсе осорҙа – Филип Ларсен, икенсеһендә Михаил Воробьев ҡунаҡтар ҡап­ҡаһына шайба индерҙе. Әммә матч ЦСКА фай­ҙаһына 4:2 иҫәбе менән тамамланды. Беҙҙе­келәр Континенталь хоккей лига­һының Көнбайыш кон­ференцияһы лидерын еңә алманы.


12 октябрҙә “Салауат Юлаев” менән “Барыҫ” ко­ман­далары көс һынашты. Ҡаҙағстан хоккейсылары күп ваҡытын – сентябрҙең икенсе яртыһын тиерлек – карантинда уҙғарҙы. Беҙҙең лидерҙарыбыҙ ҙа составҡа кире әйләнеп ҡайта башланы. Үкенескә ҡаршы, был хәл командабыҙға еңеү яу­ларға ярҙам итмәне. Матч “Барыҫ” файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Улар овертаймда еңеп сыҡты. Өҫтәмә уйын осоро ни бары 25 секундҡа һуҙылды. Беҙҙекеләрҙән голдар хужалары – Шакир Мөхәмәҙуллин менән Александр Алексеев. Ғөмүмән, уҙған миҙгелдә лә Ҡаҙағстан командаһы менән осрашыу­ҙарҙа юлаевсылар бер тапҡыр ғына еңеүгә өлгәшә алғайны.


15 октябрҙә “Салауат Юлаев” Мытищи ҡалаһында Ҡытайҙың “Куньлунь Ред Стар” командаһы менән осрашты.
Читайте нас