Балашиха ҡалаһында “Салауат Юлаев” командаһы “Авангард” менән осрашты.
Октябрҙә “Салауат Юлаев” алты матчта уйнаны һәм ике тапҡыр ғына еңеү яулағайны. Шуға бөгөн беҙгә еңеү мотлаҡ кәрәк ине.
Командабыҙ ҡапҡаһын Юха Метсола һаҡланы. Омскиҙың “Авангард” ҡапҡаһына шайбаларҙы Теему Хартикайнен, Маркус Гранлунд һәм Петр Хохряков индерҙе. Шулай итеп, сираттағы уйын “Салауат Юлаев” файҙаһына 4:3 иҫәбе менән тамамланды. “Юлаевсылар” бөгөнгө матчта булиттар серияһында еңеү яуланы.
19 октябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы “Сочи” менән осрашасаҡ.