

“Төп галерея һәм Сталагмит залдарында йөҙгә яҡын хайуан һөйәктәре өлөштәрен, шул иҫәптән плейстоцен ваҡытынан ҡалған (бынан яҡынса 2,588 миллион йыл элек – авт.) унға яҡын хайуан һөйәген таптыҡ, – ти экспедиция етәксеһе Вячеслав Котов, – Шулай уҡ палеолит осорондағы кремний ҡоралдарына юлыҡтыҡ, ә Көмбәҙ залында таш диуарҙағы ярыҡтан ике тиҫтәгә яҡын хайуан һөйәген һәм кешенең баш һөйәк ҡалдыҡтарын һөйрәп сығарҙыҡ.
Археологтар әйтеүенсә, был – Шүлгәнташ мәмерйәһендә кеше һөйәктәре табылыуҙың етенсе осрағы.
2009 йылда ошо уҡ Көмбәҙ залында 16-17 йәшлек ҡыҙҙарҙың баш һөйәге табылғайны. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә уларҙың тәүтормош осорҙа йәшәгәндәре асыҡланды.
Яңы табылған кеше һөйәге ҡалдыҡтарын да яҡынса ҡатын-ҡыҙҙыҡы тип фаразлайҙар.
Бөрйән районында урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһе күптән бар донъяға тәүтормош кешеләренең һүрәттәре, уларҙың хеҙмәт ҡоралдары ҡалдыҡтары, мамонт кеүек боронғо хайуан һөйәктәренең беҙҙең көнгә тиклем һаҡланып ҡалыуы менән дан тота. Унда йыл әйләнәһенә төрлө тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр ойошторолоп торһа ла, Шүлгәнташ археологтар һәм спелеологтарға үҙ серҙәрен асыуын дауам итә.
Фото: Инстаграм