Спорт һәм туризм
23 Октябрь 2020, 08:07

Беҙгә мотлаҡ еңер кәрәк ине...

Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты матчтары дауам итә.

17 октябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы Балашиха ҡалаһында “Авангард” менән осрашты.


Октябрҙә юлаевсылар алты матчта ике тапҡыр ғына еңеү яулағайны. Шуға сираттағы осрашыуҙа беҙгә мотлаҡ еңер кәрәк ине.

Командабыҙ ҡапҡаһын Юха Метсола һаҡланы. Хужалар ҡапҡаһына шайба­ларҙы Теему Хартикайнен, Маркус Гранлунд һәм Петр Хохряков индерҙе. Шулай итеп, уйын “Салауат Юлаев” файҙаһына 4:3 иҫәбе менән тамамланды. Өфөләр буллиттар серияһында еңеү яуланы. Әйткәндәй, ошо матчтағы шайбаларҙың береһе хужаһы Теему Хартикайнен мәрәйҙәр буйынса клуб рекордын ҡуйҙы – лига тарихында Өфө коман­даһының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе булып танылды. Хәҙер уның иҫәбендә – 339 мәрәй. Ә Линус Умарк унан бары бер мәрәйгә генә ҡалышҡайны (338). Беле­үебеҙсә, ул әле Швей­царияның “Сервет” ко­мандаһы өсөн сығыш яһай.
19 октябрҙә “Салауат Юлаев” командаһы Сочиҙа “Сочи” менән осрашты. Көйәрмәндәр был уйында ла беҙҙең еңеүгә өмөт итте. Етмәһә, бер ай элек Өфөлә “Салауат Юлаев” был команданан еңелгәйне.
Матчҡа килгәндә, ике осор буйы командалар бер шайба ла индерә алманы. Тик өсөнсөһөндә генә Теему Хартикайнен менән Александр Алексеев хужалар ҡапҡаһына ике гол сәпәне. Шулай итеп, матч беҙҙең команда файҙаһына 2:0 иҫәбе менән тамамланды.

21 октябрҙә Мәскәү өл­кәһендә “Салауат Юлаев” “Витязь” командаһы менән осрашты. Тик был матч тамашасыларһыҙ үтте, сөн­ки Мәскәү өлкәһендә көйәрмәндәрҙең спорт сараларына инеүе тыйылды.
Читайте нас