Спорт һәм туризм
23 Октябрь 2020, 08:09

Дүрт миҙал беҙҙеке!

Башҡортостан спортсылары панкратион буйынса Рәсәй кубогына ярыштарҙа миҙалдар яуланы.

Башҡортостан спортсылары панкратион буйынса Рәсәй кубогына ярыштарҙа миҙалдар яуланы.


Был алыш төрө­нөң тарихы боронғо Олимпия уйындарына барып тоташа. Көрәштең үҙенсәлекле төрө буйынса ил ярыштарында биш спортсы Баш­ҡортостан исеменән сығыш яһаны һәм уларҙың дүртәү­һе миҙал яуланы! Һуңғы биш йылда яҡташы­быҙ Иван Худинша ҙур уңыштарға өлгәшә. 36 йәшлек Иван Рәсәй һәм халыҡ-ара турнир­ҙарҙа яулан­ған миҙалдар коллек­цияһын туп­лауын дауам итә. Был юлы ла ул өс алышты ваҡытынан алда та­мам­ланы һәм төп бүләкте эләктерҙе.


Ә бына 22 йәшлек Динар На­сировҡа еңел булманы. “Бик ауыр бирелде был еңеү. Шуға ла ул минең өсөн ныҡ ҡәҙерле”, – тип белдерҙе спортсы.


Башҡортостан өсөн өсөнсө алтын ми­ҙалды иһә Нефтекама ҡала­һынан Сыңғыҙ Ми­нәжев килтер­ҙе. Тағы Кристина Иванова кө­мөш миҙал яуланы. Ул Севастополь спортсы­һынан отолдо. Шулай итеп, барлығы ете ауырлыҡ үлсәмендә үткәрел­гән ярыштарҙа башҡорт спортсы­ла­рының дүрт миҙал яулауы – бик яҡшы һө­ҙөмтә. Был хаҡта Баш­ҡортос­тандың панкратион буйынса йыйылма коман­даһы баш тренеры Радмир Хәй­руллин: “Пандемия сәбәпле, ба­ры­һы ла ярыштарға бара алманы. Шулай ҙа һөҙөм­тәләр менән ҡәнәғәтмен”, – тип белдерҙе.


Ноябрь башында Иркутск ҡалаһында был спорт төрө буйынса ил чемпионаты үткәреләсәк. Әле панкратионсыларыбыҙ ошо мөһим сараға әҙерләнә.
Читайте нас