Ниндәй генә спорт төрөн алмайыҡ, команданың йәки айырым спортсының алдынғы урынды яулауы күп осраҡта тренерға бәйле, сөнки тап ул буласаҡ чемпиондарҙы әҙерләй, шуға күрә хатта Олимпия уйындарында әллә күпме еңеүгә өлгәшкән атлеттар ҙа үҙҙәренең дан-ҡаҙаныштары өсөн тәү сиратта тренерҙарына рәхмәт әйтә. Ә тренер – ул еңел булмаған һөнәрҙәрҙең береһе, хатта йәшәү рәүеше, тиһәк, һис хата булмаҫ. Дәүләкән районының Ҡыҙрас ауылынан Айгөл ХӘКИМОВА ла ғүмерен спортҡа һәм спортсылар әҙерләүгә арнаған. Ул, саңғы секцияһы ойоштороп, дүрт йыл эсендә Рәсәй чемпиондарын әҙерләгән.
– Айгөл Әфхәт ҡыҙы, һеҙ үҙегеҙ ҡасан спорт менән шөғөлләнә башланығыҙ?
– Бәләкәй саҡтан, тиһәм, һис хата булмаҫ. Ябай ауыл ҡыҙымын. Ҙур, татыу ғаиләлә үҫтем. Алты ҡыҙ һәм бер малай бергә уйнап буй еткерҙек. Шуныһы хәтерҙә ҡалған: һәммәбеҙ ҙә бәләкәйҙән спорт ярата инек. Тыуған ауылымда IV класҡа тиклем белем алғас, артабан уҡыуҙы Дәүләкән мәктәп-интернатында дауам иттем. Мәктәп йылдарында уҡ спортты, аныҡлабыраҡ әйткәндә, саңғыла шыуыуҙы үҙ иттем, аҙаҡҡараҡ район ярыштарында ҡатнаша башланым. Шулай итеп, V класта саңғыға баҫҡандан алып унан айырылғаным юҡ. Мәктәп, артабан район ярыштарында алдынғы урындарҙы яулай торғайным. Аҙаҡ Дәүләкән педагогия училищеһында һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетында белем алғанда ла яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеүҙән туҡтаманым.
– Бала саҡтан спорт менән мауыҡтым, тип әйтәһегеҙ. Эйе, ысынлап та, ул осорҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡышын сана-саңғы шыуырға, йәйен велосипедта елдерергә, йылға-күлдә һыу инергә ярата ине. Ә хәҙерге осорҙа балалар баҡсаһынан алып тиерлек бәләкәстәр интернет донъяһына сумған... Ошондай ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы нисек спортҡа йәлеп итә алдығыҙ?
– Әле мин Өфө районының Шамонин урта мәктәбендә белем алған уҡыусылар менән эшләйем, тик уларҙы күнекмәләргә йәлеп итеү өсөн бер ниндәй ҙә махсус ысул-алымдарым юҡ (йылмая. – Авт.). Балалар үҙҙәре бик теләп спорт менән шөғөлләнә. Күнекмәләр, әлбиттә, бер ҙә еңел түгел. Өҫтәүенә мин уларҙан ниндәйҙер һөҙөмтә лә талап итмәйем. Иң мөһиме – балалар сәләмәт тормош рәүеше нигеҙе булған спортҡа ылыҡһын һәм тормошта үҙ урынын тапһын.
Бынан өс йыл элек саңғы секцияһы эшен башлаған саҡта биш-алты бала ғына йөрөй ине. Ошо уҡ ваҡытта Шамонин мәктәбендә беҙҙең башланғысыбыҙҙы хуплап, балаларҙың кейенеп-сисенеп йөрөүе өсөн айырым бина биргәйнеләр.
– Әлегә спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булмаһа ла, ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың күпләп спортҡа ылығыуы ҡыуандыра...
– Эйе, әлегә уңайлыҡтар юҡ. Айырым тренажер залы, сисенеү һәм йыуыныу бүлмәләре булғанда хәлдәр ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрер ине, әлбиттә. Әммә киләсәктә барыһы ла булыр, тип ышанабыҙ. Өҫтәүенә ата-әсәләр ҙә ярҙам ҡулын һуҙа. Тап уларҙың ярҙамы менән бына тигән саңғы трассаһы эшләнде. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн кәрәк-яраҡты ла үҙебеҙ һатып алабыҙ. Тәрбиәләнеүселәремдең ата-әсәһе булышлыҡ итмәһә, республика, хатта ил ярыштарына әҙерләнә алыр һәм ошондай ҙур сараларҙа ҡатнашыр инекме? Юҡ, әлбиттә. Бер үҙемдең генә тырышлығым менән әллә ни ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә алмаҫ инек, шуға күрә уларға гәзит аша сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм.
– Күнекмәләргә йөрөгән балалар араһында ҡыҙҙар аҙ түгелме?
– Эйе, ысынлап та, күбеһе – малайҙар. Ниңәлер ҡыҙҙар бигүк йөрөмәй, бишәү генәләр. Улар менән бергәләшеп сәй эсеп алған ваҡыттар ҙа бар. Күнекмәләрҙән һуң хатта уйындар ҙа ойошторабыҙ. Иң мөһиме – барыһы ла файҙалы ғына түгел, мауыҡтырғыс та булһын өсөн тырышабыҙ.
– Ни өсөн тап саңғы спортын һайланығыҙ? Ул, башҡа спорт төрҙәренән айырмалы, артыҡ популяр ҙа түгел кеүек. Мәҫәлән, саңғыла шыуыуға ҡарағанда күптәр биатлонды үҙ итә түгелме?
– Эйе, хәҙер килемле спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә тырышалар. Ошо сәбәпле, күптәр балаларын, һәләтлеме-юҡмы, спортсы ғына түгел, аҡса эшләүсе лә итеп күрә һәм уның ҙур спортҡа ылығып китеүен теләй. Шуға ата-әсәләр ҡыҙын йәки улын дәүләт тарафынан яҡлау булған һәм халыҡ араһында популярлыҡ яулаған спорт секцияларына бирергә тырыша. Мәҫәлән, шул уҡ биатлонға. Беҙ ҙә ошоно күҙ уңында тотоп, аҙнаһына бер тапҡыр Өфөләге “Биатлон” үҙәгенә йөрөй инек. Әлегә, пандемия сәбәпле, үҙебеҙҙә генә шөғөлләнеүҙе хуп күрҙек. Барыбер Шамонин ауылында ла берәй тир булһа ине, тигән уй менән янам, бының өсөн хатта урын да ҡарап ҡуйғанмын. Ошо маҡсатым тормошҡа ашһын, тип хыялланам.
– Әле саңғы секцияһына күпме бала йөрөй? Аҙнаһына нисә көн күнекмә үткәрәһегеҙ?
– Ете йәштән алып унан ҙурыраҡтар – барлығы 40-ҡа яҡын бала – аҙнаһына ике сменала алты көн шөғөлләнә. Хатта был ваҡыт та аҙ кеүек тойола. Күнекмәләр көн дә айырым теҙмә буйынса үткәрелә. Өҫтәүенә улар йыл әйләнәһенә саңғыла йөрөмәй бит. Әле һәр береһе өсөн айырым программа буйынса күнекмәләр ойошторам, ялҡытырлыҡ булмаһын өсөн төрлө уйындар ҙа уҙғарам.
– Балалар ике сменала шөғөлләнә, тигәйнегеҙ...
– Эйе, иртән – II-III, төштән һуң IV – VIII класс уҡыусылары менән шөғөлләнәм.
– Айгөл Әфхәт ҡыҙы, был секцияның барлыҡҡа килеүенә күп ваҡыт үтмәһә лә, уңыштарығыҙ байтаҡ тойола...
– Дүрт йыл тирәһе генә шөғөлләнһәк тә, шөкөр, ярайһы ғына уңышҡа өлгәшкән балалар бар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар Өфө районы, республика ғына түгел, тотош ил күләмендәге ярыштарҙа еңеү яуланы. Линар Хажиәхмәтов, Искәндәр Ғәлин, Руслан Кәримов биатлон буйынса ярыштарҙа яҡшы сығыш яһаны, Руслан хатта иң көслө алты спортсы араһына эләкте. Данияр Хәйретдинов – кросс һәм саңғы ярыштары буйынса дүрт тапҡыр республика чемпионы. Уның йәштәше Илнар Хәкимов Өфө ҡалаһы һәм районы чемпионы булды. Ошондай күҙҙәрендә осҡон уйнап торған дәртле, тырыш, егәрле балалар булғанда, нисек күнекмәләр үткәрмәйһең инде?!
– Әйткәндәй, һеҙ – тренер, уҡытыусы ғына түгел, күп балалы әсә лә. Өҫтәүенә улдарығыҙ менән ҡыҙығыҙ ҙа спорт менән шөғөлләнә.
– Өлкән улым Эдуард – биатлон буйынса спорт мастеры. Илнар менән Милена ла мин етәкселек иткән секцияға йөрөй. Беҙҙе саңғысылар ғаиләһе тип атарға мөмкин.
Шулай итеп, күп ваҡытымды балалар менән күнекмәләр үткәреүгә бүләм. Тормош иптәшем эшемде аңлай, әммә ҡайһы ваҡыт, шунда ғына йәшә лә ҡуй, тип шаярта. Мин дә уға: “Әйҙә, өйҙө саңғы трассаһы яғына күсерәйек тә ҡуяйыҡ”, – тим. Ысынлап та, ғаиләбеҙ менән киләсәктә саңғы юлы эргәһендә генә йорт һәм ошо спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн база төҙөргә хыялланып йәшәйбеҙ. Кем белә, бәлки, берәй ваҡыт ошо уй-теләгем бойомға ла ашыр.
– Айгөл Әфхәт ҡыҙы, иң һоҡландырғаны: барлыҡ эштәр ҙә – үҙегеҙҙең шәхси башланғысығыҙ. Киләсәктә, бәлки, саңғы базаһы ла булыр әле бында...
– Иң мөһиме – күҙҙәрендә дәрт осҡондары һүнмәгән, сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә теләгән ҡыҙҙар һәм малайҙар күп. Улар бер күнекмәне лә ҡалдырмаҫҡа тырыша, ихластар һәм хас бер ғаилә кеүек, бер-береһенә терәк булып үҫә. Балалар менән бергә яулайһы үрҙәребеҙ алда бихисап әле, тип ышанам.
– Барлыҡ уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Ваҡытығыҙҙы йәлләмәй атҡарған эшегеҙ үҙ емештәрен бирһен!