Спорт һәм туризм
28 Октябрь 2020, 20:00

Рекорд ҡуйҙылар!

Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Хабаровскиҙың “Амур”ы менән осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” үҙ боҙонда Хабаровскиҙың “Амур”ы менән осрашты.
Быға тиклемге матчта командабыҙ “Локомотив”тан еңелгәйне. Шуға хоккейсыларыбыҙға әле еңеү һауа кеүек кәрәк ине. Тренерҙар ҙа спортсылар менән хаталар өҫтөндә эш башҡарып өлгөргәндер. Һәр хәлдә, бөгөн “Салауат Юлаев” көйәрмәндәрен сикһеҙ шатландырып, еңеү яуланы: иҫәп – 4:1!
Был матчта рекорд ҡуйылды: 3 минут та 30 секундта ике команда барлығы биш шайба индерҙе. Икенсе уйын осоро аҙағына тиклем иҫәп асылмағайны. Шулай ҙа 36-сы минутта – Илья Баранов, унан һуң 35 секунд үткәс – Теему Хартикайнен, тағы 36 секундтан һуң Данил Башкиров бер-бер артлы “Амур” ҡапҡаһына өс шайба индерҙе. Йәнә 26 секунд үткәс, Вячеслав Солодухин дүртенсе шайбаны ҡунаҡтар ҡапҡаһына сәпәне. Артабан 53 секундтан Кирилл Рассказов үҙенең “Амур” командаһы иҫәбенә бер шайбаны “яҙҙы”. Шулай итеп, 3 минут 30 секунд эсендә ике команда, биш шайба индереп, үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы.
Бына ошондай көтөлмәгән мәлдәре менән ҡыҙыҡлы бит ул хоккей! Командабыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Фото: betonmobile.ru
Читайте нас