Спорт һәм туризм
30 Октябрь 2020, 10:30

Гел еңеүҙәр көтәбеҙ

21 октябрҙә Мәскәү өлкә­һендә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында “Салауат Юлаев” менән “Витязь” хоккей командалары осрашты.

21 октябрҙә Мәскәү өлкә­һендә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында “Салауат Юлаев” менән “Витязь” хоккей командалары осрашты.


Әммә был матч тамаша­сыларһыҙ үтте, сөнки Мәс­кәү өлкәһендә көйәр­мән­дәрҙе спорт сараларына үткәреү йәһәтенән сикләүҙәр булдырылған. Әйткәндәй, “Витязь” һуңғы ваҡытта бик һирәк еңелә. Михаил Кравец командаһы һәр саҡ хәленән килгәнсә, бар көсөн һалып уйнарға тырыша.
“Салауат Юлаев”ҡа кил­гәндә, төп көстәр карантиндан сыҡты. Ләкин, аңлашы­лыуынса, улар тейешле кимәлдә күнекмәләр үткәрә алманы. Быға тиклемге ике матчта командабыҙ еңеү яуланы. Омскиҙың “Авангард”ы менән уйын “Салауат Юлаев” файҙаһына 4:3 иҫәбенә тамамланды. Ул матчта беҙҙең команда буллиттар серияһында еңеп ҡуйҙы. “Сочи” менән осрашыу ҙа “Салауат Юлаев” файҙаһына булды (0:2).
Был матчта ла көйәрмән­дәр ярат­ҡан командаһынан еңеү көткәйне, тик хыялдары тормошҡа ашманы: уйын дәғүәселәр файҙаһына 4:3 иҫәбе менән тамамланды. “Витязь” командаһы ҡапҡа­һына шайбаларҙы Александр Кадейкин, Владислав Картаев, Филип Ларсен индерҙе.
Артабанғы ике уйынды “Салауат Юла­ев” үҙ боҙонда үткәрҙе. 26 октябр­ҙә – “Локомотив”, 28 октябрҙә “Амур” менән осрашты. Команда­быҙ­ҙың Ярославлдең “Локомотив”ы менән осрашыуынан да, һис шикһеҙ, еңеү көт­кәйнек. Был сараға тиклем коман­да­быҙ хоккейсылары 21 октябрҙән боҙға сыҡманы, йәғни матчтар үткә­релмәгән ошо ваҡыт эсендә физик йәһәт­тән көс туплау мөмкинлеге лә булды.
“Локомотив”ҡа килгәндә, был уйынға тиклем өс аҙна буйы һигеҙ тапҡыр рәттән еңеү яулағайны. Өҫтәүенә һуңғы өс матчта үҙ ҡапҡа­һына берешәр генә шайба индерттеләр. Шуға сират­тағы осрашыуҙы ла улар ҙур ышаныс менән башланы.
Һөҙөмтәлә беҙгә уңыш йылмайманы. Матч “Локомотив” файҙаһына 5:0 иҫә­бенә тамамланды. Беренсе осорҙа уҡ улар беҙҙең ҡап­ҡаға өс шайба ин­дерҙе. Ошо хәлдән һуң ҡапҡасы Даниил Тарасовты Юха Метсола алмаш­тырҙы. Әммә, үке­нескә ҡаршы, был да хәлде үҙгәртмәне, беҙ көткән еңеү­ҙе яуларға ярҙам итмәне.
28 октябрҙә хоккей­сы­ларыбыҙ Хабаровскиҙың “Амур”ы менән тағы “Өфө-Арена”ла осрашты. Ә был ко­манда, белеүебеҙсә, һуң­ғы ваҡытта Континенталь хоккей лигаһы лидерҙарын ҡыйрата.

35 минут буйы ике яҡ та бер-бере­һенең ҡапҡаһын ала алманы. Ләкин икенсе осор тамамланырға биш минуттай ҡалғас, юлаевсылар бер-бер артлы дүрт гол индерҙе! Әммә беҙҙе­келәр ҡағиҙә боҙоп, аҙсылыҡта ҡалғас, ҡунаҡтар бер тапҡыр уңышҡа өлгәште. Өсөнсө осорҙа шайбалар булманы, уйын “Салауат Юлаев” файҙаһына тамамланды (4:1).
Читайте нас