Спорт һәм туризм
30 Октябрь 2020, 19:30

Бөгөн дә еңеү – афарин!

Бөгөн “Салауат Юлаев” Магнитогорск ҡалаһында “Металлург” менән уйнаны.

Континенталь хоккей лигаһы даими чемпионатының ете аҙнаһы артта ҡалды. Коронавирус инфекцияһы сәбәпле, хоккейсыларға биш көн һайын тест бирергә тура килә, әммә был хәлгә лә барыһы ла күнегә башланы, ахыры.
Бөгөнгө дәғүәселәребеҙгә килгәндә, “Металлург” һуңғы биш мачтың дүртәүһендә еңелде. Быға уның бер нисә хоккейсыһының йәрәхәтләнеүе лә сәбәпсе булғандыр.
“Салауат Юлаев”тың “Металлург-Арена”лағы бөгөнгө уйыны мауыҡтырғыс булды. Һөжүм итеүселәр Маркус Гранлунд (ике), Теему Хартикайнен (бер), Сакари Маннинен (бер) “Металлург”тың ҡапҡаһына шайба индерҙе. Әйткәндәй, Теему Хартикайнен был уңышҡа уйын миҙгеле башланыуға алты секунд ҡына үткәндә өлгәште.
Шулай итеп, “Салауат Юлаев” бөгөн дә еңеү яуланы! Афарин! Һөҙөмтәлә улар, 29 мәрәй туплап, Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһының бишенсе баҫҡысына күтәрелде. 1 ноябрҙә командабыҙ "Куньлунь Ред Стар" менән осрашасаҡ.
Фото: mach.ru
Читайте нас