Спорт һәм туризм
1 Ноябрь 2020, 17:30

Был юлы ҡытайҙарҙы еңдекме?

Бөгөн “Өфө-Арена”ла “Салауат Юлаев” менән “Куньлунь Ред Стар” осрашты.

Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһының “Куньлунь Ред Стар” менән матчы ваҡытһыҙ яҡты донъя менән хушлашҡан Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинды иҫкә алыуҙан башланды. Мытищи ҡалаһында үткәрелгән осрашыуҙа “юлаевсылар” был команданан еңелгәйне (3:5). Шуға бөгөнгө матчта уларға еңеү мотлаҡ кәрәк ине.
Өфө командаһы регуляр миҙгелдең 24 матчында үҙ көсөн һынап ҡараһа, пекиндар 20 уйында ҡатнашты. Әйткәндәй, “Куньлунь Ред Стар” һуңғы алты уйында дүрт тапҡыр еңеү яуланы. Тик бына бөгөн еңеүҙе “Салауат Юлаев” яуланы! Иҫәп: 3:2. Команда өсөн овертаймда еңеү килтергән шайба хужаһы – Филип Ларсен. Бынан тыш, Вячеслав Солодухин менән Теему Хартикайнен ҡунаҡтар ҡапҡаһына берешәр шайба индерҙе.
Өфө клубы өсөн был – өсөнсө тапҡыр рәттән еңеү. 12 ноябрҙә командабыҙ Мәскәүҙә ЦСКА менән осрашасаҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас