Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә туристик мәғлүмәт билдәләрен ҡуйыу эше тураһында һүҙ булды. Доклад менән республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов сығыш яһаны.
Быйыл Башҡортостанда эшләнгән һәм ҡуйылған туристик навигация билдәләре байтаҡ – 685 билдә һәм йүнәлеште билдәләгән 877 таҡта. Шул иҫәптән төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа 36 муниципалитетта 420 билдә, муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа 32 районда 265 туристик билдә ҡуйылған. Иң күп мәғлүмәт таҡталары Белорет һәм Салауат районында – 42-шәр, Өфөлә - 15.
Туристик навигация системаһын эшләү һәм тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 43,07 миллион һум аҡса бүленгән. Билдәләр рус, инглиз телдәрендә башҡарылған. Комитет рәйесе белдереүенсә, урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа, шулай уҡ “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктары йүнәлештәрен күрһәткән билдәләрҙә башҡортса яҙыу эшләү ҙә планлаштырыла.
Радий Хәбиров билдәләрҙе федераль трассаларға ҡуйыуҙы тиҙләтергә ҡушты. Планға ярашлы, 1,5 мең билдә ҡуйылырға тейеш. Был мәсьәлә аҙна эсендә хәл ителергә тейеш тигән йөкләмә бирелде.
– Башҡортостандың туристик йәһәттән ылыҡтырыу кимәлен арттырыу буйынса эш яҡшы бара. Беҙ федераль конкурстарҙа еңәбеҙ, халыҡ-ара статустар ала башланыҡ. Был бик яҡшы, – тине Радий Хәбиров. – Эске туризмды үҫтереүҙе системалаштырыу саралары һөҙөмтәле бара. Был юл буйы сервисы тармағын үҫтереү, туристик объекттар төҙөү һәм башҡалар.