Башҡортостан Хөкүмәте спортсыларға матди түләүҙе арттырырға ҡарар итте. Был республика спортсыларының башҡа төбәктәргә китеүен кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Ҡарар ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап яуап бирә.
Хәҙер республика исеменән сығыш яһаған спортсыларға, ярыштағы һөҙөмтәләренә ҡарап, ике миллион һумға тиклем аҡса түләнә. Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындарында еңеүселәр ике миллион һум алһа, көмөш миҙалсылар – бер миллион биш йөҙ мең һумға, бронза миҙал яулағандар иһә миллион һумға иҫәп тота ала.
Үҫмерҙәр олимпия уйындарында беренсе һәм икенсе урын өсөн түләү күләме лә 50 мең һумға артты. Бынан ары олимпия, паралимпия, сурдлимпия уйындарында 4 – 8-се урын алған спортсыларҙы ла дәртләндереү ҡарала.
Тренерҙарға матди бүләк спортсыға түләнгән аҡсаның 50 процентын тәшкил итәсәк.