Спорт һәм туризм
5 Ноябрь 2020, 20:30

“Айғыр” юлын дауам итә

Уны октябрь аҙағында ябырға теләгәйнеләр, әммә...

Белорет районы биләмәһендәге Айғыр ҡаялары һуңғы йылдарҙа туристар араһында ҙур популярлыҡ яулай.
Ошо ихтыяжды иҫәпкә алып, май айында республикала “Өфө - Инйәр - Айғыр” маршруты буйынса “Айғыр” электропоезы йөрөй башлағайны.
Маршрутты октябрь аҙағында ябыу күҙалланһа ла, пассажирҙар ағымының күп булыуы арҡаһында дауам иттерелде.
Май айынан алып “Айғыр” электропоезы 40 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндергән.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас