Әле республиканың төрлө район һәм ҡалаларында “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендәге эштәр тамамланыу өҫтөндә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһының Ленин проспектындағы 2-се һәм 4-се йорттар ихатаһындағы төҙөкләндереү тамамланып, объект файҙаланыуға тапшырылды.
Был маҡсатта 16 миллион һум аҡса тотонолған. Ихатала өс спорт майҙансығы ҡуйылған, шул иҫәптән 112 квадрат метр майҙанлыҡ хоккей корты ла. Шулай уҡ бәләкәстәр ҡыуанысына өс балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Улар хәүефһеҙ япма менән түшәлгән, дөйөм майҙаны 790 квадрат метр тәшкил итә. 56 урынлыҡ машина ҡуйыу урыны эшләнгән, 25 яҡтыртҡыс һәм дүрт видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. 820 квадрат метрҙа йәшелләндереү башҡарылған.
– Ихата тулыһынса яңырҙы. Уны төҙөкләндереү проекты халыҡ менән бергәләп хәл ителде, уларҙың бар теләктәре иҫәпкә алынды. Һөҙөмтәне үҙегеҙ күрәһегеҙ – балаларҙың шат тауыштары ишетелә һәм ата-әсәләр ҡәнәғәт йылмая, – ти “ИДЕЗ” предприятиеһы директоры Павел Костылев.
Ҡала хакимиәте уңайлы ҡала мөхитен булдырыу бурысын ҡуя. Кешеләрҙең күберәк саф һауала булғыһы, әүҙем ял иткеһе һәм спорт менән шөғәлләнгеһе килергә тейеш. Балаларҙың йүгереп уйнау урындары булдырылыуы ла бик мөһим. Бөтәһе лә килеп шөғөлләнә алған спорт мөхите булдырылыуы – сәләмәт быуын үҫеүенең төп факторы.
Ишембайҙа спортҡа иғтибар бик ҙур. Яңыраҡ бында футбол буйынса ихата турнирҙары үткән. Ярыштар төҙөкләндерелгән Ленин урамындағы 2-се һәм Чкалов урамындағы 27-се йорт биләмәләрендә ойошторолған. Был майҙансыҡтар ҙа “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә йыһазландырылған. Хәҙер балаларҙың йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә хәүефһеҙ шарттарҙа уйнау һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Фото: Ишембай ҡалаһы хакимиәтенән.