Ә бөгөн хоккейсыларыбыҙ осрашҡан Чехия командаһы ла әлегәсә еңелеүҙәргә дусар булмағайны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Карьяла кубогы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Әлегә спортсыларыбыҙ илебеҙҙең генә түгел, хатта Европа көйәрмәндәрен таң ҡалдыра! Бөгөн Рәсәй йыйылма командаһы 3:0 иҫәбе менән еңде! Ә беренсе шайбаны яҡташыбыҙ, Ишембай егете Родион Әмиров индерҙе. Артабанғы шайбаларҙың хужалары – Егор Чинахов менән Егор Афанасьев. Ә ҡапҡабыҙҙы Ярослав Асҡаров ышаныслы һаҡланы.