Карьяла кубогына турнирҙа Рәсәй командаһы Швеция хоккейсылары менән осрашты. Европа хоккей турнирында рәсәйҙәр шведтарҙы буллиттар серияһында еңде. Матч Хельсинкиҙа “Хартвалл Арена”ла үтте.
Матчта “Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе - Ишембай егете Родион Әмиров финал сиренаһына тиклем бер гол индереп өлгөрҙө һәм тотош команданы еңелеүҙән һаҡланы. Ә яҡтарҙың осрашыуы 2:1 иҫәбе менән тамамланды. Еңеү буллиты шайбаһы хужаһы – Василий Подколзин.
Илебеҙ командаһы турнир таблицаһының беренсе урынында тора. Ул ике матчта биш мәрәй тупланы.
Быға тиклем Рәсәй хоккей командаһы Финляндия командаһын 6:2 иҫәбенә еңгәйне. Унда беренсе голды Родион Әмиров индергәйне. Ә тағы бер яҡташыбыҙ Шакир Мөхәмәҙуллин алтынсы шайбаны индерергә ярҙам итте.