Өфөлә йәшәгән автомеханик Олег Апсан юлһыҙ ерҙәрҙән йөрөргә ярата. Әле ул Рәсәйҙең бөтә юлдарынан да үтә алырлыҡ монстр-трак йәки “бигфут” эшләгән. Олегты бындай экстремаль машиналар уйлап сығарыуға дуҫы дәртләндергән, уның менән бынан бер нисә йыл элек Өфөлә картинг төҙөгән булғандар.
– Рәсәйҙең мин барырға теләгән ерҙәрендә юлдар юҡ. Шулай уҡ бала саҡ хыялын тормошҡа ашырҙым, тип әйтергә мөмкин. Мин бөтә ерҙән дә үтә алырлыҡ машиналар тураһында хыяллана инем, йәғни “бигфут”тар тураһында. Илек Тоҙына барғанда “Ока” автомобиленән эшләнгән “багги”ла йөрөгәйнем. Өфөгә ҡайтҡас, сереп ултырған "Ока"нан бер айҙа шундай машина эшләнем, - ти Олег Апсан.
Һуңғы техникаһын ул урамда туҙып ятҡан деталдәрҙән ете ай эсендә йыйған. Хужа белдереүенсә, ҙур булһа ла, ул яғыулыҡты күп “ашамай”. Идара итеү системаһы ла ябай автомобилдәрҙән айырыла икән. Һаҙлыҡтарҙан да үтә ала. Олег был техникаһын артабан камиллаштырырға йыйына, шулай уҡ бының менән генә сикләнмәйенсә, бәләкәйерәк һәм етеҙерәк “вездеход” эшләргә хыяллана.