Спорт һәм туризм
9 Ноябрь 2020, 20:00

Туристарҙы ылыҡтыра беләбеҙме?

Пандемия шарттарында республикабыҙҙа туризмдың хәле нисек? Быйыл ниндәй эштәр атҡарылған? Ошо йәһәттән туризм буйынса эксперт Артур Иҙелбаевҡа мөрәжәғәт иттек.

Пандемия шарттарында республикабыҙҙа туризмдың хәле нисек? Быйыл ниндәй эштәр атҡарылған? Ошо йәһәттән туризм буйынса эксперт Артур Иҙелбаевҡа мөрәжәғәт иттек.
"Пандемияға ҡарамаҫтан, ағымдағы йыл республикала туризм үҫеше өсөн уңышлы булды тип иҫәпләйем, - тине Артур Мирас улы. - Беренсенән, юл буйҙарында туристик сервис булдырыу буйынса аныҡ эштәр планлаштырылды. Икенсенән, сәйәхәт иткәндәрҙе ылыҡтырған урындарға йүнәлештәрҙе күрһәткән билдәләр ҡуйылды. Өсөнсөнән, туристарҙың "мәккәһе" булған ергә – Бөрйән районының Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл һалынды һәм унда ҙур музей комплексы төҙөлә башланы.

Бизнес та туризмға ярҙамға киләсәк. Эшҡыуарҙар юл сервисын үҫтереүгә миллиард һумдан ашыу аҡса бүлергә әҙерлеген белдерҙе.

Шул уҡ ваҡытта тарихи яҡтан әһәмиәтле булған торлаҡ пункттарҙа – Бөрө, Ишембай, Йылайыр, Николо-Березовка, Воскресенк кеүек билдәле урындарҙа төҙөкләндереү эштәре башланды. Уларға ярты миллиард һумдан ашыу аҡса федераль гранттар ярҙамында йәлеп ителде. Уңайлы ҡала мөхите булдырыу ҙа туристарҙы ылыҡтырыуға ҙур өлөш индерә. Иҫке автобустарҙы яңыларға алмаштырыу, фонтандарҙы төҙөкләндереү, парк, сквер, һәйкәлдәр, яр буйҙарын төҙөкләндереү, яңы ял итеү урындары булдырыу шунда йәшәгән халыҡ өсөн генә түгел, ә ҡунаҡтарҙы йәлеп итеүгә лә этәргес булып тора.

Республикалағы ыңғай үҙгәрештәрҙе Башҡортостандан ситтә лә беләләр. Был хаҡта федераль мәғлүмәт сараларының йыл дауамында республикаға йыш килеүе һөйләй. Ошо йыл ярым арауыҡ эсендә беҙҙең саҡырыу буйынса Башҡортостанға Беренсе канал, НТВ, “Рәсәй”, “Планета”, “Пятница”, “МузТВ”, “Russia Today”, “Отдых в России”, “National Gtographic” һәм башҡа федераль телеканалдар, гәзит-журналдар, интернет-ресурстар вәкилдәре килеп китте. Сағыу программалар, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр донъя күрҙе. Трэвел-блогерҙар менән тығыҙ эш итеүҙе лә маҡсат итеп алдыҡ. Уларҙың сығыштарын миллиондан ашыу кеше ҡарай.

Был эштәр быйыл туристар ағымын ике тапҡырға арттырырға ярҙам итте. Һөҙөмтәлә федераль рейтингта тәүге ун төбәк иҫәбенә индек".
Фото: Артур Иҙелбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас