Спорт һәм туризм
13 Ноябрь 2020, 16:36

Башҡорт батырына – донъя алтыны!

Яҡташыбыҙ Сербиялағы Нови-садта самбо буйынса чемпионатта һәм донъя беренселегендә ҡатнашты.

Яҡташыбыҙ Сербиялағы Нови-садта самбо буйынса чемпионатта һәм донъя беренселегендә ҡатнашты.


Донъяла эпидемиологик хәл яҡшы булмаһа ла, 40 илдән 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Рәсәйҙән сарала 40 спортсы үҙ көсөн һынаны.
Башҡортостандан тренер Руслан Әббәзовтың тәрбиәләнеүсеһе Фирзан Дилмиев (һүрәттә) үҙ ауырлыҡ үл­сәмендә (48 килограмға тиклем) беренсе урынды яуланы һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу үҙәге тәр­биәләнеүсеһе алтын миҙалға лайыҡ булды.
Был сарала Рәсәй командаһы 10 миҙал – ете алтын һәм өс көмөш миҙал яуланы.
Читайте нас