Спорт һәм туризм
13 Ноябрь 2020, 16:30

Бер-бер артлы еңеү яуланылар!

5 ноябрҙә Хельсинки ҡалаһының “Хартвалл Арена” боҙонда Карьяла кубогына хоккей турниры башланғайны.

5 ноябрҙә Хельсинки ҡалаһының “Хартвалл Арена” боҙонда Карьяла кубогына хоккей турниры башланғайны.


Унда илебеҙ командаһы составында “Салауат Юлаев”тан Родион Әмиров, Шакир Мөхәмәҙуллин, Данил Башкиров һәм Данил Алалыкин (һүрәттә) ҡатнашты.


Рәсәй командаһы Швеция хоккейсылары менән осраш­ҡан матчта рәсәйҙәр швед­тарҙы буллиттар серияһында еңде. Унда “Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеү­сеһе – Ишембай егете Родион Әмиров финал сире­наһына тиклем бер гол индереп өлгөрҙө һәм тотош команданы еңелеүҙән һаҡ­ланы. Ә яҡтарҙың осрашыуы 2:1 иҫәбе менән тамамланды. Еңеү буллиты шайбаһы хужаһы – Василий Подколзин.


Быға тиклем Рәсәй хоккей командаһы Финляндия ко­ман­даһын 6:2 иҫәбенә еңгәй­не. Унда беренсе голды Родион Әмиров индергәйне. Ә тағы бер яҡташыбыҙ Шакир Мөхәмәҙуллин алтынсы шайбаны индерергә ярҙам итте.


Игорь Ларионов команда­һы Чехия командаһы менән матчта ла тотош донъя кө­йәр­мәндәрен шаҡ ҡатырҙы. Хоккейсыларыбыҙ осрашҡан Чехия командаһы ла әлегәсә еңелеүҙәргә дусар булма­ғайны. Рәсәй йыйылма ко­ман­даһы 3:0 иҫәбе менән ең­де! Ә беренсе шайбаны яҡташыбыҙ Родион Әмиров индерҙе. Артабанғы шай­баларҙың хужалары – Егор Чинахов менән Егор Афанасьев. Ә ҡап­ҡабыҙҙы Ярослав Асҡа­ров ышаныслы һаҡланы.


Карьяла кубогы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш хоккейсыларҙан торған Рәсәй командаһы был мөһим спорт сараһының кубогын яуланы! Йәш егеттәр ҙур, ышаныслы, һоҡланғыс уйын күрһәтте.


Ишембай егете Родион Әмиров турнирҙың иң яҡшы һөжүмсеһе тип танылды. Ул һәр матчта гол индерҙе.


Әйткәндәй, ил команда­һы өсөн сығыш яһаған егеттәрҙең береһенә лә 20 йәш тулмаған әле. Йәш хоккейсыларҙан торған ко­ман­даның ошондай мәртә­бәле уңышҡа өлгәшеүен быға тиклем хоккей донъяһы белмәй ине. Афарин, йәштәр!
Читайте нас