Был матчҡа тиклем командабыҙ һуңғы өс матчта еңеүҙәр яулағайны. Тик бына Игорь Никитин үҙ уйынсылары менән бик яҡшы эш үткәргән, ахыры. ЦСКА командаһы яҡшы уйын күрһәтте. Матч 5:3 иҫәбе менән тамамланды: боҙ майҙаны хужаһы ЦСКА еңде. Ә “Салауат Юлаев” иҫәбенә индерелгән шайбаларҙың хужаһы – Сакари Маннинен, Дмитрий Кугрышев, Теему Хартикайнен.