Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы Мәскәүҙең “Динамо”һы менән осрашты.
Матчтың беренсе уйын миҙгелендә “Динамо” хоккейсылары Владислав Ефремов менән Вячеслав Кулемин “Салауат Юлаев” ҡапҡаһына берешәр шайба индергәйне. Ә икенсеһендә беҙҙең Маркус Гранлунд уларға гол сәпәп, командабыҙҙы дәртләндереп ебәрҙе. Өсөнсө уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев”тан Сакари Маннинен иҫәпте тигеҙләне. Финал сиренаһы яңғырағанға тиклем беҙҙең хоккейсы Филип Ларсен менән “Динамо”нан Владислав Ефремов берешәр шайба менән алмашты. Овертаймда иһә Никита Сошников мәскәүҙәр ҡапҡаһына еңеү шайбаһын индерҙе. Матч 3:4 иҫәбе менән командабыҙ файҙаһына тамамланды.
Әле "Салауат Юлаев" Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһында бишенсе урынды биләй. 16 ноябрҙә ул Санкт-Петербургта СКА командаһы менән осрашасаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей командаһы.