“Салауат Юлаев” менән СКА матчтары һәр саҡ мауыҡтырғыс. 16 ноябҙәге уйын да шулай булды, сөнки ике команда уйынсылары ла, ғәҙәттә, һөжүм итеүгә баҫым яһай. Өфөләрҙең хоккейын хатта ҡайһы берәүҙәр “бразилса” тип атай, ә СКА командаһы, нигеҙҙә, тоталь хоккей яҡлы, йәғни шайбаны һис тә үҙҙәренән ысҡындырмаҫҡа тырыша.
Тик бына был һәр саҡ мөмкинме икән? Ни тиһәң дә, “Салауат Юлаев”тың Теему Хартикайнены шәп уйнай. Өҫтәүенә Линус Умарк урынына саҡырылған Маркус Гранлунд та бына тигән хоккейсы. Сакари Маннинен да иғтибарҙы йәлеп итә.
Әйткәндәй, тап ул һәм Никита Сошников хужалар ҡапҡаһына берешәр шайба индерҙе. Тик сираттағы Санкт-Петербургтағы осрашыуҙа боҙ хужалары еңеү яуланы. Матч СКА файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Овертаймдағы уйында Владимир Ткачев СКА командаһына еңеү килтерҙе.
20 ноябрҙә “Салауат Юлаев” “Өфө-Арена”ла Мәскәүҙең “Спартак” командаһы менән осраша.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.